Ҡулында... граната27.11.2018
Өфөлә “Росгвардия” хеҙмәткәрҙәре күршеләрен граната менән ҡурҡытҡан ике егетте ҡулға алды.

Бессонов урамындағы йортта йәштәр иҫерткес эсемлек эсә. Күршеләре уларҙың ҡулында граната күреп, тейешле органдарға шылтырата.

Шунда уҡ тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ике төркөмө килеп етә. Улар бер егеттә “Ф-1” уҡыу гранатаһы таба. Тикшереү уның муляж булыуын, хәүеф тыуҙырмауын күрһәтә.

Ҡулға алынған 23 йәшлек егеттәр артабан сара күреү өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған.


Вернуться назад