Боҙлауыҡ көтөлә27.11.2018
Бөгөн республикала бер аҙ ҡар яуа, һепертмә буран сыға. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы 7—12, аяҙытҡанда 15—20 градус һалҡын. Көндөҙ урыны менән көслө епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарға ҡар һалыуы ихтимал.

29 ноябрҙә иһә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Ел төньяҡтан, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 9—14, көндөҙ 6—11 градус һалҡын буласаҡ.




Вернуться назад