Сыр яратҡан ризыҡҡа әйләнә бара27.11.2018
Бөгөн һатыуҙа сырҙың ниндәйе генә юҡ. Был ризыҡ электән билдәле. Мәҫәлән, борон Делюс утрауынан килтерелгән грек сыры Европала дан тотҡан. Уны римдар ҙа алдырған. Һуңыраҡ үҙҙәре яһарға өйрәнгәндәр. “Айлы сыр” тип аталғанын Рим яҙыусылары хатта ҡатын-ҡыҙ йөрәге менән сағыштырған.

Англияла сырҙың беренсе рецебы 1390 йылда король Ричард III шеф-ашнаҡсыһының аш-һыу китабынан табылған. Францияның сыр яһаусыһы Андре Симондың боронғо китабында (ул уны 17 йыл яҙған) сырҙың 839 сорты тупланған.

Рәсәйҙә беренсе сыр ҡайнатыу артеле 1866 йылда Тверь губернаһының Отроховичи ауылында асылған. Уны Николай Верещагин ойошторған.
Донъяла хәҙер сырҙы бынан 20 йыл элеккегә ҡарағанда биш тапҡырға артығыраҡ ашайҙар. Ризыҡ бигерәк тә Францияла үтемле, һәр француз йылына уртаса 20-шәр килограмм ҡуллана.

Иң күп сыр етештергән ил Америка һанала – өс миллион тоннанан ашыу.


Вернуться назад