Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы – әсә булыуҙа25.11.2018
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы – әсә булыуҙаУчалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Әсә көнөнә арналған тантана үтте. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев әсәләрҙе байрам менән ҡотлап, иң йылы теләктәрен еткерҙе.

Күп бала тәрбиәләп, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән әсәләр хакимиәттең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы коллективы тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт барыһының да күңеленә хуш килде.


Вернуться назад