Файҙалы конкурс25.11.2018
Йыл һайын юл хәрәкәте көсәйә бара, автомобилдәр һаны арта. Шуға ярашлы, юл-транспорт ваҡиғалары, кешеләрҙең имгәнеү, фажиғәгә тарыу осраҡтары күбәйә. Йыш ҡына бәлә-ҡазаға илтеүсе сәбәптәрҙең береһе — юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау, иғтибарһыҙлыҡ.

Саҡмағош ауылындағы гимназияла балаларҙы юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә даими рәүештә өйрәтеү ойошторолған. Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙы мотлаҡ ата-әсәләр ҡатнашлығында иҫкәртеү сараларына йәлеп итеү отошлораҡ, тип иҫәпләй уҡытыусылар. Юлдарҙа хәүефһеҙлек культураһына өлгәшеү өсөн өлкәндәрҙең ярҙамы бик мөһим. “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” форматында, күргәҙмә материалдарҙы ла урынлы ҡулланып, команда уйыны рәүешендә ойошторолған конкурста балаларҙың юл ҡағиҙәләрен белеү кимәле асыҡланды. Еңеүселәр грамоталар, яҡтылыҡты ҡайтарыусы значоктар менән бүләкләнде.


Вернуться назад