Коркин урамында ҡурҡыныс17.11.2018
Сибайҙа Кокорин урамында “ПАЗ” маркалы автобус янып киткән. Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең диспетчер пунктына был турала кисә киске сәғәт 7-лә хәбәр килгән. Шунда уҡ ошо урынға ике янғын һүндереү машинаһы менән биш янғын һүндереүсе килеп еткән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, киске 19 сәғәт 20 минутта янғынды һүндереүгә өлгәшкәндәр. Шаһиттар раҫлауынса, был автобус “Башавтотранс”тыҡы. Яғындың сәбәбе тураһында “Бәләнештә” социаль селтәрендә: “Электр сымына ут тоҡанып киткән”, - тип хәбәр итәләр.


Вернуться назад