Етәксенең ҡотлап сығыуы – ҙур ҡыуаныс10.11.2018
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына барғанда алдан планлаштырылмаған урындарға туҡтап киткәйне. Әлеге сәфәрендә лә шулай булды: төбәк етәксеһе юл ыңғайы Мәсетлеләге эске эштәр бүлексәһенә инеп, хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотлап сыҡты.

Осрашыуҙа ул хоҡуҡ һаҡсыларынан эш шарттары хаҡында белеште, үҙҙәренә һәм ғаиләләренә сәләмәтлек, именлек теләне. Хеҙмәткәрҙәр төбәк етәксеһенә эш транспорты булмау проблемаһын еткерҙе. Радий Хәбиров яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәһе күрһәткән өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Рөстәм Хисамовҡа эш өсөн “Нива” автомобиле алып бирергә ҡушты.

– Радий Фәрит улының, тығыҙ ваҡытын бүлеп, байрамыбыҙ менән ҡотлап китеүе беҙҙең өсөн ҙур баһа һәм ҡыуаныс булды, тине полиция хеҙмәткәрҙәре.



Вернуться назад