Каринэ ХӘБИРОВА: “Башҡортостан тәбиғәтенә һәр ваҡыт һоҡланам”10.11.2018

“Башҡортостан – ғәжәп матур төбәк. Мин уның тәбиғәтенә һәр ваҡыт һоҡланам. Тиҙҙән ошо тәьҫорат нигеҙендә ниҙер ижад итермен тип уйлайым”, – тине төбәк етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейындағы күргәҙмә менән танышҡас.

Бында республиканың 100 йыллығына бәйле һүрәт төшөрөү һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡандарҙың эштәре ҡуйылған. Күргәҙмә кисә асылды.

“Барлыҡ ойоштороусыларға рәхмәт, – тине Каринэ Хәбирова. – Конкурста төрлө төбәк оҫталарының берҙәм ҡатнашыуы айырыуса һоҡландыра.
Күргәҙмәгә Башҡортостан мәҙәниәтен, уға ҡарата ихлас һөйөүҙе, ысын хис-тойғоларҙы сағылдырған эштәр һайлап алынған”.



Вернуться назад