Ленин урамында – тәртип һаҡсыһы10.11.2018
Баш ҡаланың Ленин урамындағы скверҙа Өфө городовойына һәйкәл асылды. Бронзанан ҡойолған һын ҡанундарҙы, ғәҙеллекте, граждандарҙың хоҡуғын яҡлаған, дәүләт именлеген хәстәрләгән, енәйәтселеккә ҡаршы ҡыйыу көрәшкән тәртип һаҡсыһы образын сағылдыра.

Ул шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә мәңгелек ихтирам-хөрмәт билдәһе лә.

Һәйкәлде асыу тантанаһы Рәсәй полицияһының 300 йыллығына һәм Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап уҙғарылды. Сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Һәйкәлдең скульпторы Хәниф Хәбибрахмановҡа Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды.


Вернуться назад