Ҡала транспортына ниндәй төҫ килешле?02.11.2018
Республика етәкселеге, вәғәҙә иткәнсә, барлыҡ автобус, троллейбус, трамвайҙарҙың тышҡы биҙәлеше буйынса бер нисә вариант әҙерләне.

Траспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, ҡарар ҡала халҡының фекерен иҫәпкә алып ҡабул ителәсәк.

Йәмғеһе туғыҙ вариант ҡарала – ҡуйы зәңгәр төҫтән алып һарғылт-йәшелгә тиклем. Дизайнерҙар республика флагы төҫтәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Әйткәндәй, теләге булған һәр кеше тәғәйен төҫтө һайлап, уның өсөн тауыш бирә ала.


Вернуться назад