Оло тормошҡа тәүге аҙым28.10.2018
Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы 2-се урта мәктәптә уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләр һәм педагогтар ҙа тулҡынланып көткән тантаналы сара үтте. V кластың 14 уҡыусыһы кадеттар рәтен тулыландырҙы.

Әлбиттә, иң мөһим һәм яуаплы мәл – ант ҡабул итеү Үҫмерҙәрҙең һәр береһе кадет исемен лайыҡлы йөрөтөргә, мәктәп уставын теүәл үтәргә, яҡшы уҡырға һүҙ бирҙе.

Мәктәп коллективын һәм уҡыусыларҙы иҫтәлекле көн менән ҡотларға Көйөргәҙе район хакимиәте, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының хәрби комиссариаты етәкселәре лә килде. Оло тормошҡа тәүге аҙымдарын яһаған кадеттар күңелендә был сағыу ваҡиға оҙаҡ йылдар дауамында һаҡланыр.


Вернуться назад