Дәүләт клубына ярҙам талап ителә28.10.2018
Әбйәлил районындағы эш сәфәре барышында төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт ауылындағы мәҙәни-ял үҙәге бинаһының торошо менән дә ҡыҙыҡһынды.

Мәҙәни усаҡ күптән капиталь ремонтҡа мохтаж, ул емерелеү өҫтөндә. Клубты артабан реконструкциялау мөмкинлеген билдәләү маҡсатында район хакимиәте тарафынан экспертизаға заказ бирелгән. Уның һөҙөмтәһе буйынса мәҙәни-ял үҙәгенә ремонт үткәреү ҡараласаҡ йәки уны яңынан төҙөү юлдары барланасаҡ.



Төбәк етәксеһе әлегә экспертиза һөҙөмтәләрен көтөргә ҡушты. “Әгәр ул кире булһа, шунда уҡ бинаны ябаһығыҙ. Ул сағында өр-яңы мәҙәни усаҡ төҙөү ҡараласаҡ, тик унда бер ҡыйыҡ аҫтында мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, элемтә бүлеге кеүек башҡа учреждениеларҙың булыуы талап ителә. Төҙөлөш эштәрен киләһе йыл планына индерәсәкбеҙ”, - тине ул.



Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ауыл халҡы юл инфраструктураһына бәйле һорауҙарҙы һәм социаль объекттар төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе.







Вернуться назад