Хеҙмәт ветеранында ҡунаҡта28.10.2018
Төбәк етәксеһе Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа "Көнсығыш 1" биҫтәһендә булды.

Ауыл халҡы ике мөһим проблеманы ҡуҙғатты: мәктәп һәм асфальт юл юҡлығын. Әле балалар алыҫтағы гимназияға дәрестәргә автобуста йөрөй, ике сменала уҡырға мәжбүр, өйгә һуң ғына ҡайта. Ә биҫтәләге юлға ҡырсынташ ҡына түшәлгән.

Радий Хәбиров бөтә был мәсьәләләр буйынса Хөкүмәткә бурыс йөкмәтәсәген белдерҙе.

Бынан һуң хеҙмәт ветераны Наилә Хажиәхмәтова Радий Фәрит улын сәйгә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы хужабикәнән урындағы дауахананың нисек эшләүе, мал-тыуар тотоу-тотмауы менән ҡыҙыҡһынды.



Ә Наилә Хажиәхмәтованың күрше йәшәгән туғаны Раушания Мәғәфурова күп балалы ғаилә икәндәрен, мал аҫрауҙарын, фермерлыҡ менән шөғөлләнергә теләүҙәрен, тик лизинг мәсьәләләре буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәүҙәрен хәбәр итте.



Радий Фәрит улы район етәксеһенә ошондай күп балалы ғаиләләргә ярҙам итергә, битараф булмаған кешеләрҙе ҡеүәтләргә, дәртләндерергә ҡушты.


Вернуться назад