Өфөлә – Балыҡ байрамы09.10.2018
27 октябрҙә Өфө ҡалаһының “Меркурий” сауҙа үҙәге биләмәһендә Балыҡ фестивале уҙасаҡ. Сараның маҡсаты – халыҡтың туҡланыу төрлөлөгөн балыҡ ризыҡтары менән нығыраҡ байытыу.

Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, балыҡ сауҙаһынан тыш, төрлө ризыҡтар тәмләп ҡарау, аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, күңел асыу саралары көтөлә.

Фестивалдә ҡатнашыу бушлай. Бының өсөн ғаризаларҙы [email protected] электрон почтаһына (ғаризаның күсермәһен – Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына [email protected] адресы буйынса) ебәрергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон – 89177803448, Светлана Аслаева.


Вернуться назад