Яңы депо асылды05.10.2018
Йылайыр районы үҙәгендә яңы янғын депоһы асылды. Уны төҙөү “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды.

Уны асыу тантанаһында республика Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиев юбилей объекттары исемлегенә дүрт янғын депоһы инеүен билдәләп үтте. Уларҙың тәүгеһе тап Йылайыр ауылында сафҡа инде. Йыл аҙағына тиклем Белорет районында – ике, Баймаҡта бер депо төҙөләсәк. Был башланғыс урындағы халыҡты янғын хәүефенән аралау, авария-ҡотҡарыу эштәренең ойошҡанлығын тәьмин итеү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла.
Йылайырҙағы иҫке янғын депоһы бынан 90 йыл элек төҙөлгән. Ул атлы янғын командаһы өсөн тәғәйенләнгән була. Шуға күрә заманса янғын техникаһын урынлаштырыу, тейешенсә һаҡлау ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырған.

Яңы янғын депоһы – төбәк Хөкүмәте тарафынан раҫланған оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән Янғын-ҡотҡарыу көстәре үҫеше стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән тәүге объект. Йылайыр районы биләмәһенең 58 проценты урманлы төбәк булыуын, бында йорттарҙың башлыса ағастан һалыныуын иҫәпкә алһаҡ, депоның әһәмиәте бермә-бер арта.


Вернуться назад