“Көмөш” ирекмәндәр көсө02.10.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов III Бөтә Рәсәй “көмөш” ирекмәндәр форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Өфөнөң Конгресс-холында үткән сара илдең төрлө төбәктәренән 500-гә яҡын ирекмәнде йыйҙы.

Форум алдынан төбәк етәксеһе республикабыҙҙы танытҡан презентация майҙансығын ҡараны. Унда өсөнсө йәш университетын тамамлаусыларҙың ҡул эштәре, һынлы сәнғәт өлгөләре, башҡорт сувенирҙары урын алған ине. Рөстәм Хәмитов ирекле хәрәкәт әүҙемселәре менән аралашты, уларҙың социаль проекттары менән танышты.

Артабан төбәк Башлығы “Рәсәйҙә әүҙем оҙон ғүмер: бәхетле кеше – бәхетле ил!” тип аталған фекер алышыу майҙансығының эшендә ҡатнашты. Унда ирекмәндәрҙең власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлеге, Рәсәй төбәктәрендә “көмөш” ирекмәнлекте үҫтереү, уларға матди йәһәттән ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Рөстәм Хәмитов һуңғы йылдарҙа ирекмәнлектең мөһим институтҡа, граждандар йәмғиәтен алға әйҙәүсе көскә әйләнеүен билдәләне.
– Башҡортостан был йүнәлештә әүҙем эшләй, ирекмәндәр хәрәкәте үҫеше буйынса ил күләмендә алдынғы төбәк һанала. Бөгөн беҙҙә 200-гә яҡын ирекмәндәр берекмәһе иҫәпләнә. Республика буйынса 26 меңдән ашыу кеше ошо изге эш менән шөғөлләнә, улар араһында “көмөш” йәштәгеләр ҙә бихисап, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.


Вернуться назад