Интернет-иҫәп алыу башланды02.10.2018
1 октябрҙән 31-нә тиклем Рәсәйҙә һынау рәүешендә халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Ул 2020 йылда уҙасаҡ мөһим сараның – сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың әҙерлек этабы булып тора.

Башланып торған һынау рәүешендәге халыҡ иҫәбен алыуҙың төп үҙенсәлеге – заманса технологияларға нигеҙләнгән яңы алымдар ҡулланыу.
– Шулар нигеҙендә 2020 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы өсөн мәғүмәт йыйыу һәм эшкәртеү системаһы булдырыласаҡ. Ул киләсәктә дөйөм Рәсәй берҙәм мәғлүмәт киңлеген тулыландырасаҡ, – тип белдерҙе илдең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Савва Шипов.


Вернуться назад