“Шөкөр, иң бай кеше – мин…”02.10.2018
Һыуыҡҡул халҡының күңел йылыһын тойоп.

– Өс ул үҫтерҙек, өсөһөн дә өйләндерҙек. Һигеҙ ейән-ейәнсәрем, ете бүләрем бар – иң бай кешемен, шөкөр, – ти Рима апай, йылмайып. – Тормошомдан ғүмер буйы ҡәнәғәт булып йәшәнем… Донъялар болғанып киткәс, Үзбәкстандан бында ҡайтҡанға ла егерме ете йыл булды. Шундай ауыр саҡтарҙа ҡабул иткәнгә, бар Һыуыҡҡул ауылы халҡына рәхмәтлемен. Беҙҙе ситкә типмәнеләр, үҙ иттеләр. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә беҙҙе яҡын күрҙе…


Һәр кемдең яҙмышы маңлайына яҙылған, тиҙәр. Күрәсәген күрмәйенсә, әҙәм балаһы гүргә инмәй. Хоҙай ҡушҡаны шулмы, тәбиғәт ҡанунымы – балалыҡтан һуң дәртле йәшлек килә, ир ҡоро, китапса әйткәндә, “Бальзак йәше” һәм ҡартлыҡ. Уныһының нисек булыры кешенең үҙенә генә бәйле. Ғүмер буйы Аллаһ бәндәһе ошо ҡартлыҡҡа нигеҙ һала: тырышҡанға күрә уныһы ныҡлы булһа – бәхетле ҡартлыҡ килә, көсөң барҙа ошо нигеҙҙе ҡора алманың икән – башҡаһын көт…

Рима Минислам ҡыҙы тыумышы менән ошо Һыуыҡҡул ауылыныҡы. Ун дүрт йәштән һуң бәлиғ булғансы Өфөлә уҡый, һуңынан ауылына ҡайтып, мәктәптә эшләй. Яҙмышы шулдыр, йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә, Урта Азияға киткән апаһы ҡайтып, үҙе менән алып китә. 1958 йылда Ислам исемле егеткә кейәүгә сыға. Ире лә, үҙе лә бик тырышып донъя көтәләр, өс ул үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 90-сы йылдар башында Үзбәкстанда боларыш китә. СССР тарҡала. Нәҡ ошо ваҡытта бик күптәр Рәсәй тарафына юллана. Чурбановтар ғаиләһе лә Башҡортостанға ҡайтып төпләнә, 2000 йылда ҙур, матур йорт һалып сығалар.

Әлбиттә, кеше яҙмышы тураһында “дежур” һүҙҙәр менән генә яҙып булмай. Һәр кемдең яҙмышы оло китапҡа һыймаҫлыҡ. Рима апай менән Ислам ағайҙыҡын бәйән итһәң дә, томдар етмәҫ ине. Олоғая барған саҡта йәшлегеңдә нигеҙ ҡорған йорт-ҡаралтыңды ташлап китеү, ай-һай, бик ауыр бит. Ғүмер буйы эшләгән урыныңды, дуҫтарыңды ҡалдырыу ҙа еңелдән түгел. Ярай әле Рима апайҙың яҡташтары киң күңелле. Шуға ла ул “Шундай ауыр саҡтарҙа ҡабул иткән барлыҡ Һыуыҡҡул ауылы халҡына рәхмәтлемен” тигән һүҙҙәрҙе доғалай ҡабатлай.

Доға тигәндән, ауылда мәсет асыуҙы хәстәрләгәндәрҙең береһе лә Рима Минислам ҡыҙы икән.

– Иман йортон Мирғәлим Нагаев төҙөттө. Һалғас, ауылда имам-хатип табыу мәсьәләһе тыуҙы. Марс ағайға тәҡдим иткәс, ул Өфөлә уҡып ҡайтты. Биш йыл тырышып эшләне, рәхмәт. Ләкин ауырыны. Тағы биш йыл ваҡыт үтте – мулла тапманыҡ. Шунан Әмир Нагаевты һайлап ҡуйҙыҡ. Ул ғүмер буйы бригадир булған, кешегә ҡарата итәғәтле, үҙен хөрмәт итәләр. Хәҙер мәсетебеҙ эшләй, байрамдар үтә, Аллаға шөкөр…

Ауылдаштарының уңыштарына ҡыуанып, уңышһыҙлыҡтарына көйөнөп йәшәй Рима Минислам ҡыҙы. Улай ғына ла түгел, кисерештәрен шиғыр юлдарына һала. Күптән түгел ауыл хакимиәте ярҙамы менән “Ғүмер ағышы – йөрәк һағышы” тигән йыйынтыҡ та сығарған. Шиғырҙың бит ул рифмаларға тура килеп, бар әҙәби талаптарға ла яуап биргәненән дә бигерәк, йөрәк түренән сыҡҡаны ҡәҙерлерәк.

– Күңелем ни кисергән, иҫемә ни төшкән – шуны яҙҙым. Аҙаҡ ошоларҙан бер китап килеп сыҡты. Бында Һыуыҡҡулдың бар урманы, ҡырҙары, һыуҙары һыйған, – тип китап битен аса Рима апай.

Ысын мәғәнәһендә күңелен һалған ул был йыйынтыҡҡа. Күпселек уйҙары әсәһе, балалары тураһында.
– Әнейем, керсе төштәремә,
Туйғансы һөйләшәйек бер.
Күгәрсендәр кеүек икәү
Туйғансы гөрләшәйек бер.

Әнейем, һинең хаттарыңды
Ярты быуат буйы һаҡлайым.
Ултырып уҡып илайым да
Тормош юлынан тағы атлайым…

Ғаилә йыш ҡына бергә йыйыла. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, Ислам ағай фани донъянан баҡыйлыҡҡа күскән. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, ул һәр саҡ өйҙә һымаҡ. Ана бит, һарай эргәһенә уныңса утын ярып өйөлгән, иҫән сағындағыса аҙбар тулы мал, ҡош-ҡорт. Бының сере ябай: балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре дауам итә уның эшен. Чурбановтарҙың өлкән улы Илмир менән килене Розаның өс балаһы бар, Рәмил менән Роза – ике, Рәмис менән Флүрә өс бала үҫтерә. Барыһына шөкөр итеп, матур итеп донъя көтә ғаилә.

Ошоларҙан Хоҙай айырмаһын, тип көн дә намаҙлығын йәйә Рима Минислам ҡыҙы. Балаларының иҫәнлеген, йорт, ил именлеген теләп доға ҡыла.


Вернуться назад