Үргендән башланған үр02.10.2018
Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай.

Бөйөк Ватан hуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вәли Солтанбаев — халыҡта хөрмәт ҡаҙанған шәхестәрҙең береһе. Ул 1923 йылда Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған. Бер йәштә атайһыҙ ҡала. Ҙур ғаиләлә берҙән-бер ир бала булараҡ, ауыр замандарҙа донъя йөгөн йәштән тартырға тура килә уға. VII класты тамамлағас, 15 йәшлек үҫмер йәйәүләп ауылынан 200 саҡрымда ятҡан Темәс педагогия училищеһына юллана. 1941 йылдың 21 июнендә уҡытыусы дипломы ала, иртәгеһенә ҡәһәрле һуғыш башлана. Йәш белгескә класс бүлмәһен окопҡа, аҡбур менән ҡәләмде мылтыҡҡа алмаштырырға тура килә.

Егет шунда уҡ хәрби хеҙмәткә алына, Белорет ҡалаһына күсерелгән Ленинград хәрби артиллерия училищеһын лейтенант званиеһында тамамлай. Тәүге сынығыуҙы 1943 йылдың йәйендә Орел-Курск дуғаһында барған һуғыштарҙа ала. Разведка взводы командиры, өлкән лейтенант Солтанбаев һуғышты дошмандың өңөндә – Берлинда тамамлай, ҡаһарманлығы өсөн Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградлана. Грамоталы йәш офицерға Хәрби академияла уҡырға тәҡдим итәләр, үҙенең дә ошо юлды һайлау теләге көслө була. Ләкин имтихандарға әҙерләнеп йөрөгәндә, һуғышта алған яралары арҡаһында бер йылға яҡын госпиталдә дауаланырға мәжбүр була һәм артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла. Шулай өҙөлә хәрби карьера тураһындағы хыял.

Яугир 1946 йылдың көҙөндә генә ауылына әйләнеп ҡайта һәм физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Был осорҙа Үргендә тирә-йүндә берҙән-бер башҡорт урта мәктәбе бар ине һәм унда Ейәнсура, Күгәрсен райондарының 40-ҡа яҡын ауылынан балалар килеп белем алды. Мин дә күрше Бикбирҙенән 1947 йылда бында уҡырға килдем һәм Вәли ағайҙы тәүге тапҡыр күрҙем. Күптәребеҙ атайҙарын, яҡын туғандарын һуғышта юғалтҡан үҫмерҙәр өсөн яугир-уҡы­тыусылар оло хөрмәткә лайыҡ кешеләр ине. Юҡҡа ғына шул осор йәштәренең байтағы, ә 1952 йылда мәктәпте тамамлаған беҙҙең класс егеттәренең бөтәһе лә тиерлек хәрби һөнәр һайламаны. Бының өсөн Вәли Солтанбаев, Әхмәтбай һәм Юлбарыс Абдуллин, Әйүп Ейәнбирҙин, Шәрифйән Аҙнабаев, Әхмәт Аҡъюлов, Ғәбделхәй Теләүбирҙин, Әхмәт Иҫәнғолов ағайҙарыбыҙға бөгөн дә мәңге рәхмәтлебеҙ. 1947 йылда Вәли ағай ауылдашы, мәктәптең директор урынбаҫары һәм математика уҡытыусыһы Зәйтүнә Абдуллина менән ғаилә ҡора. Әйткәндәй, Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы һуғыш осоронда ике йылға яҡын был мәктәптең директоры булып та эшләй. 1949 йылда йәш ғаилә Бикбау мәктәбенә эшкә күсерелә. 1951 йылда ике бала атаһы Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтының тарих факультетына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә һәм уны 1953 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Шул уҡ йылда Вәли Солтанбаев райондың Ибрай ете йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Ул ныҡышмалы рәүештә уҡыу йортоноң матди хәлен нығытыуға тотона. Тиҙ арала хужалыҡ ысулы менән мәктәптең яңы бинаһын һәм оҫтахана төҙөтөүгә өлгәшә. Бер юлы уҡытыусылар туплау мәсьәләһен хәл итеү өҫтөндә лә эшләй. Иң тәүҙә үҙе ситтән тороп Ырымбур педагогия институтын тамамлай, директор артынан йәштәр белемгә ынтыла. Шул йылдарҙа эшләгән Йыһан Рафиҡова, Рая Мөрсәлимова, Роза Арыҫланова, Рәүилә Ҡәҙерғолова, Әсмә Бикембәтова, Әхмәтсәлим Яҡупов, Хажмөхәмәт һәм Рәйес Йәғәфәровтар һ.б. балалар күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған педагогтар булды. Төп ике мәсьәләне уңышлы хәл итеү уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә, улар күпләп Үрген һәм Күгәрсен урта мәктәптәрендә уҡыуын дауам итә башлай. Оҙаҡламай ауылдан тәүге юғары белемле кешеләр сыға. Һуғыш осоронда атайһыҙ ҡалған балаларҙы мәктәп-интернаттарға ебәреп уҡытыуҙы ла хәстәрләй директор. Мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлгә ҡуйғаны өсөн 1957 йылда ра­йонда тәүгеләрҙән булып Вәли Ғариф улына РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы алдынғыһы исеме бирелә. Ибрай мәктәбендә эшләгән йылдар Солтанбаевтар өсөн ысын мәғәнәһендә “йондоҙло” осор була. Улар бында ҡолас ташлап, бөтә белемен, күңел йылыһын балаларға биреп, ата-әсә, йәмәғәтселек менән тығыҙ бәйләнештә ижад итә. Директор, төп эшенән айырылмайынса, колхоздың партия ойошмаһы секретары, Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаларын башҡара.

1964 йылда ғаилә тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, Вәли Ғариф улы 1991 йылға тиклем Үрген урта мәктәбендә директор урынбаҫары, тарих уҡытыусыһы булып эшләй, ҡатыны балаларға математика фәненән белем бирә. Икәүләп уҡыусыларҙы тыуған яҡты өйрәнеүгә йәлеп итеп, ауыл һәм мәктәп тарихы, ер-һыу атамалары буйынса күп материал туплай. Һөҙөмтәлә 1986 йылда мәктәп музейы асыла. Үргендә лә улар йәмәғәт тормошонан айырылмай. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда бригада партия ойошмаһы секретары, ветерандар советы рәйесе, ҡатыны иһә мәктәптең партия ойошмаһы секретары, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була. Солтанбаевтарҙың педагогик эшмәкәрлеге районда киң танылыу ала. Юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Вәли Ғариф улы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була, ә Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән наградлана. Уҡытыусыларының һөнәрен һайлаған уҡыусылары бихисап, күптәр тарих һәм математика фәндәренә өҫтөнлөк биргән. Улар араһында тарих фәндәре кандидаттары Юлай Юлдашбаев, Азамат Аҡъюлов, физика-математика фәндәре кандидаттары Рәүеф Абдуллин, Харис Яҡупов, Айҙар Мырҙаҡаев, Хәйҙәр Ҡалҡаманов һәм башҡалар бар.

Солтанбаевтарҙың балалары ла ата-әсәһе юлын һайлаған. Хәҙисә Солтанбаева — филология фәндәре докторы, БДУ профессоры. Юлай Вәли улы 40 йылға яҡын Үрген урта мәктәбе директоры булып уңышлы эшләне, килендәре Миңнур Абдрахман ҡыҙы – математика уҡытыусыһы. Уларҙың ҡыҙы Айгөл медицина фәндәре кандидаты, Баш­ҡортостан дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Солтанбаевтарҙың дөйөм педагогик стажы 250 йылға яҡын.

Вәли Ғариф улы 2009 йылда беҙҙең аранан китте. Ләкин уҡыусылары һәм ауылдаштары уны онотмай. 2016 йылдың 9 майында Ибрай урта мәктәбендә оло шәхестең иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

2017 йылда Үрген ауылы мәҙәниәт йортонда Бөйөк Ватан һуғышында хәрби ордендар менән бүләкләнгәндәргә арнап таҡтаташ ҡуйылды. Улар араһында Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры Вәли Ғариф улы Солтанбаевтың да исем-шәрифе бар. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!


Вернуться назад