Күргәҙмәгә килегеҙ!11.09.2018
Баш ҡалала яңы уҡыу йылы башланыу уңайы менән совет заманының мәктәп тормошон сағылдырған “Мөғжизәле мәктәп йылдары!” тигән күргәҙмә асыла. Тантаналы байрам республиканың Милли музейында үтә.

Күргәҙмә өсөн әйберҙәр араһында тарихи документтар һәм фоторәсемдәр, совет мәктәбе атрибуттары – дәреслек, дәфтәр, көндәлек, ҡаурый ҡәләм, уҡыу формаһы, портфель, шулар иҫәбендә 1935 йылда нәшер ителгән әлифба ла бар.

Шулай уҡ сарала интернетһыҙ заманда йәшәгән совет уҡыусыларының бик күп ҡыҙыҡлы шөғөлдәре тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Күргәҙмә залында открытка һәм фарфор статуэткаларҙың һирәк йыйылмалары өлгөләре менән дә танышырға була.


Вернуться назад