ЯНҒЫНДАН ҘУР ЗЫЯН КҮРГӘН 5 БАЛАЛЫ ҒАИЛӘГӘ ЯРҘАМ КӘРӘК!07.09.2018
3 август иртәһе Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Айытбаевтар ғаиләһенә оло ҡаза килтергән: ҡапыл сыҡҡан янғын арҡаһында 5 балалы ҙур ғаилә урамда тороп ҡалған. Ғаилә башлығы Зәит Айытбаев был ваҡытта өйҙә булмаған, ҡатыны Венера һәм балалар өҫтәрендәге бер ҡат кейем менән уттан ҡотолоп өлгөргән. Әлегә ғаилә башлығы ихатаһында төҙөй башлаған теплицаны ҡул аҫтындағы материалдар менән көпләп, шунда урынлашҡандар. Туҡланыу ҙа, йоҡо урыны ла – теплицала. Айытбаевтар янған йортто 2012 йылда ҙур суммалағы кредитҡа һатып алған, айына 11700 һумдан тура килгән түләүҙәре әле бөтмәгән.

“Беҙ алғанда ҡоро ер ҙә, бер бура бар ине. Алты йыл буйы төҙөнөк тә төҙөнөк. Шуныһы йәл: барлыҡ көнкүреш техникаһын – һыуытҡысты, туңдырғыс камераны, телевизорҙы яңыртҡайныҡ. Ғинуарҙа ғына кер йыуыу машинаһы алып тоташтырғайныҡ. Тағы ла бер үкенес: янғындан өс көн алда ғына балаларҙы тулыһынса яңы уҡыу йылына кейендереп, мәктәп кәрәк-яраҡтары һатып алғайныҡ. Өр-яңы формалары барыһы ла янды”, - тип әсенеп һөйләй Зәит. Әлбиттә, изге күңелле кешеләр, бигерәк тә күршеләре ҙур ғаиләнең хәленә инеп, түшәк-ҡаралты, һауыт-һаба кеүек кәрәк-яраҡ алып килә. Ҡала хакимиәте бүлгән аҡсаға балаларҙы яңынан мәктәпкә әҙерләйҙәр.

Ғаилә башлығы төҙөлөш магазиндары менән бүлеп түләүгә һөйләшеп, материалдар алып, өйҙөң төпкө өлөшөн тергеҙеүгә тотонған. Сөнки тышта көҙ, теплицала йәшәү мөмкин түгел. Әле иҙән һалып, ғаиләһен шунда күсергән. Зәит – һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, әммә эш урыны юҡ, ҡатыны – балалар баҡсаһында ашнаҡсы. “Бер эштән дә ҡурҡмайым, ҡайҙа ниндәй ҡалым бар, барыһын да эшләйем”, – ти ғаилә башлығы. Бөгөн Айытбаевтар алдында ҡышҡа тиклем йорттоң бер өлөшөн булһа ла төҙөп, йылылыҡ үткәреү бурысы тора. Оло ҡаза күргән күмәк балалы ғаилә ярҙамға мохтаж. Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ аҡылы. Улар өсөн 100, 200 һум да ҙур ярҙам. Әйҙәгеҙ, милләттәштәребеҙҙе ауыр хәлендә яңғыҙ ҡалдырмайыҡ, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәйек! Һаҡлыҡ банкыһында Венера Ишбулды ҡыҙы исеменә асылған карта 8-937-836-89-15 телефонына бәйләнгән.


Вернуться назад