Өфөлә танылған башҡорт яҙыусыһы Сабир Шәрипов донъя ҡуйҙы31.08.2018
Бөгөн иртән Өфөлә танылған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, Башҡортостандың яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәрипов 71-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Хушлашыу урыны һәм ваҡыты аныҡлана, тип хәбәр иттеләр республика Яҙыусылар союзынан.

Шәрипов Сабир Нәғим улы 1948 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Баҡый ауылында тыуған. Белорет педагогия училищеһын тамамлаған, һуңынан ауыл мәктәбендә эшләгән. Ике йыл буйына тыуған Баҡый ауылында уҡытҡан. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Уҡыған йылдарында спорт менән шөғөлләнә, республика һәм бөтә Союз кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Артабан «Совет Башҡортостаны» республика гәзитендә эшләй.

1977-1979 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була, бер нисә йыл «Ағиҙел» журналында эшләй. Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлағандан һуң Сабир Шәрипов эшмәкәрлеген Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә дауам итә, нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһын етәкләй. Һуңғы йылдарҙа ул «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөхәррире ине. Оҙаҡ йылдар республика Яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе булды.

Әҙәби эшмәкәрлек менән студент йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. Яңы ҡәләм тибрәтеүсенең хикәйәләре республика гәзиттәрендә уҙған быуаттың 70-се йылдарында уҡ баҫыла башлай. «Тауҙарҙағы эҙ» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 йылда сыға. Унан һуң «Ҡайынлы артылыш» (1985), «Хушлашмайым» (1992), «Старозимовье» (1995), «Аҡ ҡулсатыр» (1998) китаптары баҫыла.

Сабир Шәриповтың күп кенә хикәйәләрендә һәм повестарында яҙмыштары тәбиғәт донъяһы, башҡорт урманы менән бәйле кешеләрҙең тормошо һүрәтләнә. Яҙыусының тәүге күләмле әҫәре — «Хушлашмайым» романы 1992 йылда донъя күрә. Ул «Байкал-Амур» магистрален төҙөгән һалдат-офицерҙарҙың тормошон һәм көнкүрешен бар ысынбарлығында һүрәтләй. Сабир Шәриповтың бер нисә хикәйәһе һәм повесы рус, украин, татар һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. Уның 2004 йылда Чебоксарҙа баҫылған «Костер на снегу» хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы сыуаш уҡыусыларының юғары баһаһын алды.

Сабир Шәрипов — тиҫтәнән ашыу проза китаптары авторы.


Вернуться назад