Үләйгә елдәй елеп кенә!27.07.2018
Үләйгә елдәй елеп кенә!Юлһыҙ интеккән Үләй ауылы халҡы быйыл күтәренке кәйеф менән йәшәй, сөнки йылдар буйы һораған, түҙемһеҙләнеп көткән юлды төҙөй башлағандар. Уның да ниндәйе һуң – асфальт түшәлгәне!


Борайҙа ауыл ерендә юл төҙөү һуңғы йылдарҙа уңышлы алып барыла. Былтыр улар, “Ауыл билә­мәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһын файҙаланып, Яңы Мостафа, Силасау, Ҡаратамаҡ ауылдарында асфальт юл һалған. Ошо маҡсатта 193 миллион һум тотонолған. Быйыл иһә ошо уҡ программа буйынса Үләй, Дүсмәт, Абзай ауылдарында эш алып барыла.
Үләй ауылында юл һалыуға федераль һәм республика бюджетынан 55 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөлөштө мартта башлағандар. Уны “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Дүртөйлө юл ремонтлау-төҙөлөш предприятиеһы алып бара. Килешеү буйынса объектты быйыл ноябрҙә тапшырырға тейештәр.
Әлеге мәлдә төҙөлөшкә ун “КамАЗ”, ике бульдозер, ике экскаватор, ике грейдер йәлеп ителгән.
– Былтыр беҙҙең предприятие Ҡаратамаҡ ауылына асфальт юл һалды. Район хакимиәте килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итә, шуға ла эшебеҙ ыңғай бара, – ти мастер Шамил Рафиҡов.
Бында тәжрибәле хеҙмәтсәндәр эшләй. Рәмил Даянов, Айрат Зарипов һәм башҡа водителдәр бер туҡтауһыҙ мәтеле ер ташый. Бульдозер машинистары Рузил Булатов менән Әлфрит Сәлихов “КамАЗ”-дар ауҙарған тупраҡты тарата. Юл катогы машинистары Салауат Әмиров менән Руслан Ғәлимйәнов иһә уны тигеҙләп тора. Ситтән ҡарап торһаң, төҙөлөш ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.
Объектты төҙөү еңелдән түгел. Юл оҙонлоғо 3,6 саҡрым ғына булһа ла, һаҙлыҡлы урындары ла бар. Шуға ла бында бик күп ер ташырға кәрәк. Асфальтты ике ҡат һаласаҡтар, йәғни барлыҡ ҡағиҙәләр ҙә, талаптар ҙа үтәлә.
– Юл төҙөгәндәре өсөн халыҡ республика Хөкүмәтенә, район ха­кимиәтенә рәхмәт әйтә. Ысынлап та, быға тиклем ҡайһы бер ауылдарға еңел автомобилдә үтеп булмай ине. Хәҙер халыҡ ҡалалағы кеүек рәхәтләнеп йөрөй ала, – ти райондың баш архитекторы Рәмил Фәй­зрах­манов.
Ысынлап та, әлеге мәлдә төбәктә күҙгә күренерлек яҡшы эштәр башҡарыла. Борай ауылында Майский, Беренсе Май, Октябрҙең 60 йыллығы урамдарына капиталь ремонт яһағандар. Рәмил Фәйзрах­манов белдереүенсә, был төҙөлөш­тәр улар өсөн һуңғыһы түгел.


Вернуться назад