Ир-ат эшеме?11.07.2018
Ир-ат эшеме?Урмансы булһынмы, бүтән хеҙмәткәр тиһеңме, ғөмүмән, урман эше ауыр, тирҙе сығара, унан бигерәк билде бөгә. Шаулап үҫкән урман тураһында уйлаһаҡ йәки ишетһәк, һәр ваҡыт унда ир-аттың арманһыҙ булып эшләүе күҙ алдына килә. Улар менән гүзәл зат та ағас эшенә йәлеп ителгәнен онотмайыҡ. Танышым Миңнур ҒҮМӘРОВА иһә урманды, ағасты китаптан уҡып ҡына белмәй, уның һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.


– Өлкән класс балаларына ҡарайым да бөгөн, ҡайһылай матурҙар, ниндәй бәхетлеләр, үҙҙәре аҡыллы ла бит әле тигән һығымтаға киләм, – тип башланы һүҙен Миңнур Әйүп ҡыҙы. – Улар ҙур маҡсаттар менән яна, һәр береһе тәрән белем алыу хаҡында хыяллана.

Шәхсән үҙемә килгәндә, данлыҡлы Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуып үҫтем. Һуғыш тамамланыуға ун йыллап ваҡыт үткән, илде аяҡҡа баҫтырыу кемдәргә ҡушылһын инде? Әлбиттә, һәлмәк йөк булып беҙҙең иңгә ятты. Бынан 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡоҙаш ауылы тирәһендәге диләнкә көслө умарта күселәй геүләй. Кемдәрҙер ағас йыға, икенселәр уны ботай, өсөнсөләр тигеҙ һәм асыҡ урынға ташый. Миңә 16 йәш, Мәрхәбә апай минән саҡ ҡына олораҡ, уның менән бергәбеҙ. Ҡул бысҡыһы ярҙамында башы күккә ашҡан ялбырлап торған йүкәне ҡолатабыҙ ҙа балтаны эшкә ҡушабыҙ. Ботағанда ла оһол кәрәк икән, өйрәттеләр. Ярай, ағас асыҡ ергә ыңғай ғына барып ятһа. Ә инде күршеһенә һаҡһа, уны тартҡанда ете ҡат тирең сыға инде. Шулай итеп, ботаҡты бер урынға йыябыҙ, һәргәү менән ҡайырын һыҙырабыҙ ҙа уны алыҫҡараҡ өйәбеҙ. Артабан ошонан йыраҡ китмәй генә теҙеп һалабыҙ. Алыҫ йөрөмәйбеҙ, сөнки йәш ағас таш шикелле ныҡ ауыр. Абдулла Аллабирҙин иһә ҡабыҡты ат арбаһына тейәй ҙә йылғаға алып барып ауҙара. Күперҙән саҡ ҡына өҫтәрәк тымыҡ урында һалабаш һала, был тәңгәлдә уға етеүсе юҡ!

Ағасһыҙ – урман, нужаһыҙ донъя юҡ, тиҙәр. Һаҡһыҙлыҡ төрлө бәләгә килтергәненә лә шаһит ҡылдыҡ. “Кит унан, ағас ауыр өҫтөңә” тигән киҫәтеүҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. Кешеләр бер-береһенә шул хәтлем теләктәш ине. Ағас баҫыу арҡаһында ғәзиз ғүмерҙәр өҙөлгәненә лә шаһит булдыҡ, ғәрип ҡалғандар ҙа байтаҡ ине. “Хоҙай араланы” тип шатландыҡ, берәй бәлә-ҡазанан ҡотолғанда. Шуға ҡарамаҫтан, ижтиһад һалып хеҙмәт күрһәттек. Ә Фатима апай урмансыларҙың тамағына хәстәр­ләй, ул бешергән ризыҡ, аш-һыу телеңде йоторлоҡ.

Әле аптырауым сиктән ашҡан – ул осорҙа тырышып эшләнек тә, матур итеп ял да иттек. Хәҙер ҙә тығыҙ аралашып йәшәгән Люциә әхирәтем менән Берәтәк ауылына уйынға китәбеҙ, арыу-талыуҙы тойҙоҡмо икән?! Кистә­рен усаҡ яғабыҙ, ут яҡтыһында сигеү һәм бәйләү кеүек ҡул эше менән булышабыҙ.
Промартель “Большевик” тип аталды ул саҡта, гөрләп торҙо. Булды шундай саҡ: ағасты эргәһенә ташып һалһалар, хатта директор ултырған йорт күренмәй ҙә торғайны. Бура бурай оҫталар, таҡта яра уңғандар, машинаға тейәп ҡайҙалыр оҙаталар йәки килтерәләр. Бына шулай тырышып эшләнек беҙ.

Продать ноутбук Уфа


Вернуться назад