Ысын хистәргә кәртә юҡ22.05.2018
Ысын хистәргә кәртә юҡМиләүшә Барлыбаева Баймаҡ районының Янғаҙы ауылында биш балалы ғаиләлә кинйә ҡыҙ булып үҫә. Атаһы ғүмере буйы “Йылайыр” совхозында алдынғы тракторсы була.

– Бесән мәлендә, яҙғы сәсеү, көҙгө уңыш йыйғанда атайыбыҙҙы өйҙә күрмәй ҙә инек, – тип иҫләй Миләүшә. – Үҫә төшкәс, бесән әҙерләүҙә, элеваторҙа иген киптергәндә совхозға беҙ ҙә сменалап ярҙам итергә тырыштыҡ.
Әсәһе биш-алты һыйырҙың ағын эшкәртергә, мәктәпкә эшенә бара һалып килеп, йәйен емеш-еләк йыйырға ла өлгөрә. Ул әле лә ҡыҙыл эремсек, ҡорот, ҡаҙы яһап, балаларын ҡыуандырып тора.
2005 йылда БДУ-ның биология факультетын уңышлы тамамлаған ҡыҙҙы ҡурсаулыҡҡа ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә йүнәлтәләр, эш дәүерендә күп кенә хеҙмәттәр авторы була. Биология фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын “Орхидеялар” темаһына яҙа. 2016 йылда республика кимәлендә үткәрелгән “Иң яҡшы йәш ғилми хеҙмәткәр” тип аталған конкурстың биология фәне номина­цияһында беренсе урынды яулай. Рәсәй, республика буйынса ойош­торолған ғилми-ғәмәли кон­ферен­цияларҙа әүҙем ҡатнаша. Миләүшә Шәрифулла ҡыҙы – бөгөн өлкән ғилми хеҙмәткәр.
Тормош иптәше Ян менән дә эшкә төшкәс танышалар, ул ҡурсаулыҡтың Ямашты урман хужалығында дәүләт инспекторы булып эшләп йөрөгән була. Ян – ғаиләлә дүрт малайҙың иң өлкәне. Атаһы Петр Сидоренко Инйәр ҡасабаһы төҙөлә генә баш­лаған ваҡытта уҡ килеп, ҡурсау­лыҡ­тың төп утары Рәүәттә төпләнә. Оҙаҡ йылдар директорҙың хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләй. Хәҙер ҡатыны менән хаҡлы ялда, мал көтөп, баҡса үҫтереп, балаларына ла ярҙам итеп торалар. Петр Афанасьевичты коллективта итәғәтле, ярҙамсыл хеҙмәткәр итеп һаман да хөрмәтләп иҫкә алалар.
Ян менән Миләүшә ер һатып алып, йорт төҙөп инә. Дамир исемле малай үҫтерәләр. Уға биш йәш, әле балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы техниканы биш бармағы кеүек яҡшы белә, машиналар ремонтлай, иретеп йәбештереү эшенә лә әүәҫ. Шуға ла уға ҡурсаулыҡ ҡаргиҙәрен ышанып тапшырғандар. Ситтән тороп Сибай институтының биология факультетында белемен камиллаштырырға лә өлгөргән ул.
Башҡортостаныбыҙҙың күркәм урындары буйлап машинала сәйәхәт итеү, йылғалар буйлап кәмәләрҙә йөҙөү ғаиләнең матур традицияһына әйләнгән. Миләүшә буш ваҡытында дарыу үләндәрен йыйып, төрлө төнәтмә, бәлзәмдәр эшләргә оҫта. Йәйен еләктән телеңде йоторлоҡ ҡайнатмалар әҙерләргә әүәҫ.
– Төрлө милләт вәкилдәре булы­уығыҙ йәшәйештә ҡатмарлыҡтар, аңлашылмау­санлыҡтар тыуҙырмай­мы? – тигән һорау бирәм әңгәмәсе­ләремә.
– Юҡ, ике яҡтың да традиция, йолаларын хөрмәт итеп йәшәргә тырышабыҙ, – тине Миләүшә.
– Хистәр ныҡ булһа, бер нәмә лә кәртә була алмай, – тип өҫтәне Ян.


Вернуться назад