Йылғаларҙай ҡушылып аҡҡанда22.05.2018
Йылғаларҙай ҡушылып аҡҡандаМарат Бәхтиәров Белорет районының Ноҡат ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы Салауат ағай оҙаҡ йылдар урмансылыҡта ағас йығыусы булып эшләй, әсәһе Зилә апай бухгалтер була, әле икеһе лә хаҡлы ялда. Ауылда күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәгән тырыш Бәхтиәровтар өс балаларына ла юғары белем алырға ярҙам итә. Мараттың әсәһе – ыҫлап ҡорот эшләү буйынса тирә-яҡта дан алған апай.


Егет Инйәрҙең 2-се мәктәбен уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. 2009 йылда Көньяҡ Урал ҡурсаулығының экология булегенә эшкә саҡырыла. Халыҡҡа экологик белем биреү менән бер рәттән, Марат хәбәрсе эшен дә алып бара. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткәрелгән тапшырыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Буш ваҡытында спорт менән шөғөлләнә, телевизорҙан хоккей, футбол яңы­лыҡтарын ҙур ихласлыҡ менән күҙәтеп бара, “Салауат Юлаев” хоккей коман­даһының әүҙем көйәрмәне.
2012 йылдың ҡышында Шүлгәнташта Башҡортостан ҡурсаулыҡтары өсөн семинар үткәрелә. Тап шунда буласаҡ кәләше Гөлназ менән таныша ла инде. Ҡайтҡас та һылыу ҡыҙ күҙ алдынан китмәй егеттең. Оҙаҡ уйлап тормай, уға шылтырата. Осрашырға һүҙ ҡуйышалар. Ҡыҙ ҙа егетте оҡшата. Ике йәш йөрәк араһында һөйөү осҡоно ҡабына. Күп тә үтмәй, улар сәстәрен сәскә бәйләй.
Ырғыҙлы ауылында тыуып үҫкән Гөлназ бала саҡтан Шүлгәнташ ҡур­саулығы тормошо менән ҡыҙыҡһына, күп экологик слеттарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Өфө индустриаль педагогия техникумына уҡырға инә. Туризм буйынса белгес дипломын алғас, Силәбе физик культура һәм спорт институтының туризм бүлегендә ситтән тороп белемен камиллаштырыуын дауам итә. Рәсәй, сит ил кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа Шүлгәнташ данын яҡлап док­ладтар әҙерләп йөрөгән тырыш, киң аң-даирәле хеҙмәткәрҙе ҡурсаулыҡ етәкселеге бер ҙә ситкә ебәргеһе килмәй, әлбиттә.
Бөгөн дә Гөлназ үҙе һайлаған һө­нәренә тоғро. Көньяҡ Урал ҡурсау­лығында экология буйынса белгес булып уңышлы эшләп йөрөй. Һөнәрен бик ярата, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында экологик дәрестәр өсөн үҙе уйлап тапҡан методик алымдар ҡулланып, проекттар, презентациялар әҙерләй. Ҡыҫҡа, шул уҡ ваҡытта мәғлүмәтле аншлагтарҙың эскиздарын төҙөй, ҡурсаулыҡҡа яраҡлы положениелар эшләй. Уның тырышлығы арҡаһында былтыр, Экология йылында, бөтәһе мең ярымға яҡын бала лекциялар, акциялар ярҙамында белемен арттырған. Архангел, Белорет ҡалаһы һәм районы мәктәптәре, Межгорье ҡалаһы ла ситтә ҡалмай.
Гөлназдың егәрле булыуы, әлбиттә, ата-әсәһенән килә. Әсәһе Уриә Рәүеф ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы, хаҡлы ялға сыҡҡансы Ырғыҙлы урта мәктәбе директоры булып эшләй. Атаһы Рафаэль ағай төрлө ойошмаларҙа алмаштырғыһыҙ һәм тәжрибәле водитель, балаларына өлгөлө, хәстәрлекле атай була. Ләйсән менән Гүзәл ҡыҙҙары ла уҡып, һөнәр алып, үҙаллы донъя көтә. Мөхәмәтйәровтар хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, бал ҡорто үрсетеп, замандан ҡалышмай гөрләтеп донъя көтә.
Марат һәм Гөлназ Рияз исемле малай һәм Сәлимә исемле ҡыҙ үҫтерә. Ағастан ҙур яҡты йорт һалып сығалар. Емеш-еләк, йәшелсә, картуфты хәҙер үҙ баҡсаларында үҫтерәләр. Буш ваҡытында Гөлназ балалары менан бергәләп ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә, төрлө материалдан сувенирҙар эшләй.
Ял көндәрендә тәмле аш-һыу әҙерләп, күмәкләп табын ҡороуҙан кинәнес алып, туған-дуҫтары менән ихлас аралашып йәшәй Бәхтиәровтар. Киләсәктә Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл урындары буйлап сәйәхәт итеү, күберәк ижади эштәр менән мауығыу хыялы менән йәшәй ғаилә.
– Өйҙә лә, эштә лә гел бергә булыу ялҡытмаймы? – тип һорайым йәштәрҙән.
– Беҙгә был һорауҙы йыш бирәләр, – тип йылмая Гөлназ.
– Юҡ, киреһенсә, эштә лә, өйҙә лә маҡ­саттарыңдың, ҡыҙыҡһыныу­ҙарың­дың бер булыуы араларҙы яҡынайта ғына кеүек, – тип яуап бирҙе Марат.


Вернуться назад