Тәртип тупһанан башлана25.04.2018
Тәртип тупһанан башланаРеспубликабыҙҙа апрель баштарында иғлан ителгән экологик өмәләргә Башҡортостан халҡы теләп ҡушылды. “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәрҙәре лә был сараның нәҡ уртаһында ҡайнаны.

Беҙҙең өлөшкә төшкән ер участкаһын – Октябрҙең 50 йыллығы, 13 адресы буйынса урынлашҡан Матбуғат йорто алдын, дөрөҫөрәге, Шәһит Хоҙайбирҙин скверы майҙанын – тулыһынса тәртипкә килтерҙек. Әлбиттә, берҙәмлек, үҙ-ара килешеп эшләү һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Ағас япраҡтарынан, ҡороған ботаҡтарҙан, бүтән төрлө сүп-сарҙан арынған урынды дүшәмбе иртән эшкә килгәндә хатта танымай ҙа торҙоҡ. Шунан сығып, тәртип тупһанан башлана тип әйтмәй ҡара!
Әйҙәгеҙ, өмәләргә дәррәүерәк ҡушы­лайыҡ! Матур йәшәү үҙебеҙҙән тора бит.



Вернуться назад