Ҡасып ҡотола алмай06.04.2018
Яңы һайланған Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо көндәрҙә коррупцияға ҡаршы тороу тураһындағы законды күҙәтеүҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән ҡанун проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индерҙе.


Документҡа ярашлы, дәүләт корпорациялары, бюджеттан тыш фондтар етәкселәре, коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы закон талаптары буйынса граждандарҙың һәм ойошмаларҙың иҫәптәре хаҡында белешмә алыу хоҡуғы бирелә. Ул килем, сығым, милек тураһындағы мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килеүен тикшереү һәм бурыстарҙы үтәүҙә тыйыуҙар индереү өсөн кәрәк.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәр, дәүләт корпорацияһы, федераль дәүләт органдары алдында ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн ойошторолған дәүләт бюджеттан тыш фондтары, ойошмалары етәкселәре өсөн, әгәр ришүәт осрағы асыҡланһа, дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу тәртибе ябайлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта бындай тәртип боҙоуҙар өсөн түләттереүгә өс йыл бирелә. Сығымдарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәттәр, етәксенең эшләү йәки вазифанан бушатылыуына ҡарамаҫтан, прокуратура органдарына ебәрелә. Тикшереүгә эләккән етәксе вазифаһынан бушатылыуына йәки үҙ теләге менән китеүенә ҡарамаҫтан, яуаплылыҡтан ҡаса алмай. Милекте һатыуҙы йәки юҡҡа сығарыуҙы сикләү маҡсатында, прокурор талабы буйынса аҡсалата түләттереү күҙ уңында тотола.


Вернуться назад