Ауыл йәме ат менән30.03.2018
Ауыл йәме ат менәнУндайҙар хаҡында беҙҙең халыҡта “ат йәнле” тиҙәр. Ысынлап та, атты яратмаған, бала саҡтан уның ялына йәбешеп, һыбай атланып йөрөмәгән кеше йылҡы малын ҡарай ҙа, үрсетә лә алмайҙыр. Кәртәһендә ат бышҡырған, бейә кешнәгән, ҡолон сырҡыраған тауыштар яңғырамай икән, ниндәй ауылдың йәме булһын?! Был йәһәттән Ҡолсора ауылы халҡы бәхетле: бөгөн бында башҡорт тоҡомло аттар ҡайтанан үрсетелә. Фермерҙарҙа ғына түгел, шәхси ихаталарҙа ла йылҡы малы күпләп тотола. Шундай йүнсел ғаиләләрҙең береһе – Бүләк менән Рәмил Мөхәмәтйәновтар.

2013 йылдан уңған ғаилә йылҡысылыҡ йүнәлешендә эш башлай, ҡымыҙ етештереп, халыҡҡа һата. Ҡасандыр ике баш йылҡынан башланған кәсеп — бөгөн ғаиләнең төп килем сығанағы. Әйтергә кәрәк, Мәхәмәтйәновтар ауыл халҡының йылҡы малын да үҙенең өйөрөнә ҡуша һәм көҙгә тиклем уны көтә.
Алдан әйтеүемсә, ғаилә башлығы Рәмил Камил улы — бәләкәйҙән ат йәнле, һыбай йөрөп буй еткергән кеше. Әле йүгәнгә лә көсө етмәгән малай сағында уҡ олатаһының атына менә. Үҫә төшкәс, сыбыртҡыһын тотоп, йылҡы көтөргә йөрөй.
Мәктәпте тамамлап, әрме бурысын үтәп ҡайтҡан егет хеҙмәт юлын туған колхозында мал ҡараусы булып башлай. Артабан колхоз һәм совхоздар бөткәс, шәхси ихатаһында күпләп мал аҫрарға тотона. Йылдар буйы түләнмәгән хеҙмәт хаҡы бирелгәс, ике йылҡы алып ҡайта. Уларҙы аҡрынлап үрсетә, яйы сыҡҡанда башҡорт тоҡомло ат һатып ала. Тормош иптәше Бүләк Кәлимулла ҡыҙы ла иренең башланғысын хуплай, уға бар яҡлап ярҙам итергә тырыша. Бейәләрҙе өйрәтеп, һауып, ҡымыҙ етештереүгә тотона. Тәүҙәрәк үҙҙәре өсөн булһа, артабан яйлап һатыуға сығара. Бер-бер артлы үҫеп килгән улдары Илһам, Илнур һәм Ильяс та ата-әсәһенең төп ярҙамсыһына әйләнә. Бигерәк тә Илнур атаһы кеүек ат йәнле булып үҫеп килә. Атаһының улы хаҡында “Илнур яландағы һәр атты тотоп менер, шул тиклем ат йәнле бала. Үҙемә оҡшаған” тигән һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар.
— Йылҡысылыҡ — табышлы тармаҡ, бигерәк тә беҙҙең төбәк өсөн уңайлы, — тип һүҙ башланы ғаилә башлығы. – Апрел­дән алып сентябргә тиклем йәмле Йәнгүҙәй тауы итәгендә йәйләү ҡорабыҙ. Бейәләрҙе бәйләп, ҡымыҙ етештерәбеҙ, ҡолондарын айырым көтәбеҙ. Көн һайын ҡатыным барып бейә һауа, уны бешә. Ҡымыҙҙы ҡайҙалыр алып барыу ҙа кәрәкмәй, өйҙән килеп алалар. Туйҙарға, тыуған көндәргә алдан заказ биреүселәр бар.
Бүләк Кәлимулла ҡыҙы әйтеүенсә, көнөнә 40 литрҙан ашыу ҡымыҙ бешә. Быйыл ғаилә ҡымыҙ етештереүҙе арттырырға ниәтләй. Шәхси ихатала йылҡысылыҡ менән шөғөлләнһәләр ҙә, районда үткәрелгән күп сараларҙа ҡатнаша, һабантуйҙарҙа үҙ продукцияһын күргәҙмәгә алып бара Мөхәмәтйәновтар. Баймаҡ районының брендлы сараһына әйләнгән “Башҡорт аты” этнофестивалендә һәр саҡ ҡатнашып, призлы урындар яулай, улар етештергән ҡымыҙ иң тәмлеһе һәм сифатлыһы булараҡ таныла. Шулай уҡ Мөхәмәтйәновтар йыл һайын Яңы йыл байрамдарында Тройка ярыштарында ҡатнашып, еңеүсе була, ауылдаштарын байрамда биҙәлгән саналарҙа алып йөрөй. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ла үҙ аттарын биреп, кашауайҙар әҙерләп, уны биҙәп, ауылдың кескәйҙәрен ҡыуандыра.
— Йылҡы малы йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөй тип уйлаусылар тәрән яңылыша, — тип әңгәмәне дауам итте Рәмил Камил улы. — Ат ашауға талымһыҙ, шунлыҡтан мал аҙығы күп талап ителә. Йәй буйы үҙебеҙгә бесән әҙерләргә тура килә, әлегә техника юҡ. Шунлыҡтан кеше ҡушырға ла, ҡул салғыһы менән сабырға ла кәрәк. Ярай әле ышаныслы терәгебеҙ — улдарыбыҙ бар, улар ярҙам итә. Йылҡыларҙы йыл әйләнәһенә ҡарап, күҙәтеп торабыҙ. Тибенлектә йөрөгәндәрен ҡыуып алып ҡайтып, бесәнгә ҡуштыҡ. Ябығып та китәләр, алдарынан тоҙ өҙмәйбеҙ, һоло бирәбеҙ. Быйыл ҡар ҡалын булманы, аттар ҡышын күбеһенсә тибендә йөрөнө. Киләсәктә йылҡы малын арттырырға теләк бар, ҡымыҙ етештереүҙе лә яйға һалырға кәрәк. Йылҡысылыҡ менән һәр кем шөғөлләнә ала, элек һәр йортта ат булды, уны һәр кем үҙ хужалығында файҙаланыр ине. Аттарымдың һәр береһенең исеме бар, уларҙы шул тиклем яратам.
Әммә, йылҡысылыҡтың үҙ проблемалары ла етерлек. Шуларҙың иң ныҡ үҙәккә үткәндәренең береһе — өйөргә айыу һәм бүренең тейеүе. Былтыр ғына Мөхәмәтйә­новтарҙың өйөрөнән алты баш малды айыу йыға, улар араһында хужаның да, ауылдаштарының да аты була. Йыл һайын ҡабатлана килгән проблеманың әле булһа хәл ителмәүенә йәне көйә хужаның. Тырышып үҫтер ҙә малыңды, йыртҡыстан тәләфләт инде, тип өҙгөләнә ул. Уйлап ҡарағанда, был мәсьәлә тик Ҡолсора ауылында ғына күҙәтелмәй, әммә ауыл хал­ҡының аһ-зарын һаман булһа ишетеүсе, уға ҡолаҡ һалыусылар ғына табылмай шул.
Үҙ-ара татыу булып, бар эште бергә кәңәшләшеп, береһенең уйын икенсеһе хуплап, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәгән уңған һәм тырыш Бүләк менән Рәмил Мөхәмәтйәновтарҙың йортонан һоҡланып сыҡтыҡ. Таң менән тороп эшләгәнгә, ҡура тултырып мал аҫрағанға күрә, уңған һәм тырыш ғаиләнең тормошо ла матур, табындары ла мул, балалары ла эш һөйөүсән. Тырыш кеше ауылды ла йәмләй, үҙен дә хөрмәтләй. Ауыл йәме ат менән


Вернуться назад