Шайморатов шишмәһе23.02.2018
Шайморатов шишмәһеҠырмыҫҡалы районындағы Шайморатов ауылы эргәһендә шишмә төҙөкләндерелә. Уға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исемен биреү күҙаллана.
Бындай башланғысты легендар генерал тыуып үҫкән ауыл халҡы тәҡ­дим итте. Уны район етәкселеге лә, Рус география йәмғиәтенең Баш­ҡорт­остан төбәк бүлексәһе лә хуп­лап сыҡты. Эште башлап йөрөүсе — Шайморатов ауылының ветерандар советы рәйесе Әфхәт Ниғмә­туллин. Әйткәндәй, шишмәне лә тап ул асып, төҙөкләндереүгә тотондо.

— 2011 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Ошо уҡ йылдың йәйендә ауыл эргәһендә бесән сапҡанда ер аҫты­нан ағып сыҡҡан шишмәне күреп ҡалдым. Биләмәне сүп-сарҙан, ағас, ҡыуаҡтарҙан таҙарттым. Шишмә мул һыулы булып сыҡты. Ауылдаштар менән бергәләп ҡоҙоҡ ҡаҙып, торба һалдыҡ. Хәҙер саф шишмә һыуын рәхәтләнеп эсәбеҙ, һыу алырға сит­тән дә киләләр, — тине Әфхәт Ниғмә­туллин.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, шишмә һы­уы ГОСТ талаптарына яуап бирә, сифатлы. Өфөлә яһалған бак­терио­логик һәм химик анализ да быны иҫбатлай. Урындағы халыҡ шишмә биләмәһен төҙөкләндереп, ҡойма тартырға, эскәмйәләр ҡуйырға ниәт­ләй. “Генерал Шайморатов исемен­дәге шишмә” тигән алтаҡтаға кил­гән­дә, был мәсьәләне Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе үҙ иңенә алған.
Шайморатов ауыл биләмәһе баш­лығы Илвир Моратшин әйтеүенсә, шишмәне төҙөкләндереүгә 370 мең һум аҡса кәрәк. “Башнефть” компа­нияһы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә вәғәҙә иткән.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика