Ҡайҙан һин, Матросов?23.02.2018
Ҡайҙан һин, Матросов?Тап ошо исем менән Өфөлә 1994 йылда күренекле публицист, мәшһүр ҡәләм оҫтаһы Рәүеф Насировтың китабы баҫылып сыҡты. Автор үҙенең эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында дошман амбразураһын ҡаплаған ҡаһарман егеттең сығышы менән Башҡортостандан булыуын, башҡорт икәнлеген билдәләне. Был хаҡта Рәсәй үҙәк каналдарында ла фильм төшөрөлдө. Шуға ярашлы хатта Украинала тыуған тип һаналған
А. Матросовтың биографияһын өйрәнеүселәр был төбәккә мөрәжәғәт итеп, ундай исем-шәрифле бала бер ҡасан да тыумағанлығын хәбәр итте.
Ә Р. Насировтың эҙләнеүҙәре малайҙың тап Учалы районында тыуыуын раҫлай.

Башҡорт халҡы өсөн батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ төшөнсәһе Урал батырҙан ҡалған йәшәү менән үлем араһындағы иң бөйөк тәғлимәттәрҙең береһе кеүек. Шуға күрә һәр заман милләттәштәребеҙ үҙ батырҙары яҙмышына бәйле дәлилдәргә әленән-әле әйләнеп ҡайта, борсола, ризаһыҙлығын белдерә, ә инде данының әһәмиәтен раҫлаһа, мәң­гелеккә йөрәк түренә яҙыу менән бергә ғорурлыҡ тойғоһон да һаҡлай. Генерал М. Шайморатовҡа Герой исемен юллау дауам итә бит. Халыҡ таныуы менән бергә рәсми документ та кәрәк шул.
Өлкән быуын вәкиле, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Әсләм Арыҫланов Александр Матросовтың исемен йөрөткән паркта торған һәйкәленә лә ысын исем-шәрифен яҙып ҡуйыуҙы хәстәрләү идеяһы менән янып йәшәй. “Баш­ҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға бағышлап 100 объект төҙөү хаҡында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та әйткәйне. Халҡыбыҙҙың батыры исемен һәйкәлендә төҙәтеп ҡуйырға кәрәк ине. Был хаҡта хат менән Башҡортостан Фәндәр академияһына мөрәжәғәт иттем. Улар хуплап яуап та яҙҙы. Президент Ә. Ғаязовтың ҡултамғаһы ҡуйылған хат килде. Артабан был эште йәнләндереп ебәреү өсөн республикабыҙҙың төп баҫмаһы – “Башҡортостан”ға мөрәжәғәт итергә булдым. Тәҡдимемде хупларҙар, тип уйлайым”, – тине Әсләм ағай. Ошо уҡ хаҡта уның мәҡәләһе 2016 йылдың 7 октябрендә “Вечерняя Уфа” гәзитендә лә баҫылып сыҡҡан.
Ысынлап та, Башҡортостан авто­номияһы төҙөлөүгә 100 йыл тулған арауыҡта тыуған һәр батырыбыҙҙың исемен данлау, уның шәхесенә яңынан, замана табыштарына таянып күҙ һалыу зарур.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика