Телефондан ҡурҡытыу – шаяртыу түгел30.01.2018
Яңыраҡ Дәүләт Думаһы телефон террорлығы өсөн язаны ҡатылатыу тураһындағы ҡануниәтте өсөнсө, йәғни аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул итте.


Законға төҙәтмә шартлау, янғын сығарыу әҙерләнеүе йәки социаль объектҡа ҡығылышлы башҡа төрлө ялған хәбәрҙәр өсөн биш йылға саҡлы иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Власть органдарының эшендә буталсыҡ тыуҙырыу маҡсатында булған ялған хәбәр алты йылдан алып һигеҙ йылға саҡлы төрмәгә ябыуға килтерәсәк. Әгәр ҙә ошо “шаярыу” арҡаһында кеше һәләк була йәки башҡа төрлө ауыр эҙемтә тыуа икән, был енәйәт һигеҙ йылдан ун йылға тиклем азатлыҡтан мәхрүм итәсәк. Рәсәйҙең “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Енәйәт һәм Енәйәт-процессуаль кодекстарға ла тейешле төҙәтмәләр индерелә.
Телефондан шылтыратып, шартлау менән ҡурҡытҡан ялған хәбәрҙәр илебеҙҙә быйыл көҙ айырыуса йыш булды. Ошо осорҙа Рәсәйҙең 180 ҡалаһында 3,5 мең бинала “мина һалыныуы” асыҡланды, ялған хәбәр арҡаһында бөтәһе 2,5 миллиондан ашыу кешене эвакуацияларға мәжбүр булдылар.


Вернуться назад