Миллионер түгел, ә миллиардер!30.01.2018
Кемдең тиҙ генә байығыһы килмәһен, ти! Һүҙ ҙә юҡ, иҫәп банктарында миллионлап аҡсаң ятһа, түбәгә төкөрөп ятыу бер ни тормай. “Юғарыраҡ фекер йөрөтөргә кәрәк, миллиардер булырға ынтылайыҡ!” – тип танышым ҡолағыма шыбырҙай. Кемдәр улар миллиардерҙар?


Дөрөҫөн әйткәндә, хәләл көсөн түгеп, ниндәй ҙә ҡаҙанышҡа өлгәшеүсене йәки шашып байыусыны көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Хатта ғүмер буйы аҡса йыйғандар ҙа мандып китә алмай. Лотерея отошонда ҡатнашып, байлыҡ туплау иһә һирәктәргә генә йылмайыусан.
Билдәле сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, хәҙер илебеҙҙә һигеҙ тиҫтәгә яҡын миллиардерҙың булыуы тураһында имеш-мимеш йөрөй. Ут төтөнһөҙ булмай тигәндәй, тәүҙә – имеш-мимеш, унан был хәбәр ысынбарлыҡҡа әйләнә. Кеҫәләре ҡалындар күпме байлыҡҡа эйә тип уйлайһығыҙ? Әгәр бөтәһенекен бергә йыйһаң, 283 миллиард доллар тирәһе тәшкил итәсәк. Ҡыҙыҡ, 30 тонна аҡса ҡайҙа һаҡлана икән? Рәсәйҙекенән айырмалы, сит ил банкыларында ята икән шул тиклем байлыҡ. Шул иғтибарға лайыҡ, Финанс яңылыҡтары милли агентлыҡ ойошторған һорау алыу буйынса, рәсәйҙәрҙең 73 процентының һаҡлыҡта бөтөнләй аҡсаһы юҡ.
Аҡса тигәндән, халыҡтың дүрттән өс өлөшө үҙ көсө ярҙамында байып булмауын асыҡтан-асыҡ белдергән. Ә нисегерәк бол тупларға һуң? Даими рәүештә губернаторҙарҙың, депутаттарҙың, министрҙарҙың, бүтән төрлө чиновниктарҙың ришүәт алыуҙа тотолоуы тураһында Интернет аша танышып, телевизорҙан ҡарап, ваҡытлы матбуғаттан уҡып иҫ-аҡылың китә... Әлбиттә, уғрылыҡ ысулын үҙләштерергә һис кенә лә ярамай.


Вернуться назад