Көслө рухлы әсәй01.12.2017
Көслө рухлы әсәй Ҡәҙерле әсәй, яратҡан өләсәй, ихтирамға лайыҡ уҡытыусы, ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған коллегам Тәслимә Рәхимова тураһында әйтер һүҙем.
Тәслимә Харис ҡыҙы Баймаҡ райо­нының Ниғәмәт ауылынан. Ғаиләлә иң кесе булһа ла, бәләкәйҙән уңған, тырыш һәм нескә күңелле булып үҫә ул.
Уҡыу алдынғыһы, пионер ойошма­һы­ның әүҙем ағзаһы булған Тәслимә Рә­химова уҡытыусы һөнәрен яҡын күрә. Ләкин сығарылыш йылында район кимә­лендәге олимпиадала физика фәненән еңеү яулауы уның киләсәк һөнәрен билдәләй. Ул Өфө авиация дәүләт техник университетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Күмертау ҡалаһына эшкә ебәрелә. Хеҙмәт юлын инженер булып башлай. Тырыш, булдыҡлы йәш белгесте үҙ итәләр, шулай ҙа тыуған тупраҡ үҙенә тарта. Был ваҡытта тормошҡа сыҡҡан, улы Ринатҡа әсәй бу­лырға өлгөргән Тәслимә Харис ҡыҙы ғаиләһе менән ауылға ҡайта һәм Салауат исемендәге колхозда инженер булып эшкә урынлаша. Тормоштарын йәмләп ҡыҙы Әлсимә тыуа. Һынауҙар һәм юғалтыуҙар ҙа була. Бер-бер артлы тормош иптәше Рәфил һәм бергә йәшәгән ҡәйнәһе үлеп киткәс тә ул тормош ауырлыҡтарына би­решмәй. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләй, ныҡлы белем биреү, һау-сәләмәт, бәхетле итеү өсөн тырыша.



Шулай ҙа күңел талабымы, үҙгәртеп ҡороуҙар шауҡымымы Тәслимә Харис ҡыҙын яратҡан һөнәренә яҡынайта. Ул Сибай пединститутының тарих факультетына уҡырға инә һәм уҡытыусы булып китә. Был һөнәргә һөйөүҙе, оло-кесеһенә ихтирамлы булырға уны тәүге уҡытыусыһы Рәүилә Усманова уятҡандыр. Шуғалыр ҙа һәр йыл һайын уға онотмай сәскәләр гөлләмәһе бүләк итә, байрам менән ҡотлай. “Мәктәпкә эшкә килгәс кенә яратҡан һөнәремдән тайпылып, күпме ҡәҙерле ваҡытымды юғалтҡанымды аңланым”, – ти ул.
Хәҙерге көндә ул – юғары категориялы уҡы­тыусы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары. Уҡытыусының тырышлығы, һәләтле балаларға ныҡлы иғтибар бүлеүе, предметына ҡыҙыҡ­һыныу уята алыуы тураһында уның уңыштары һөйләй. Тәслимә Харис ҡыҙының уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында, ғилми-тикшеренеү эштәрендә уңыштар яулай. Өҫтәүенә йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була­раҡ төрлө саралар үткәрә. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Балалары ла тәрбиәле, юғары белемле, әсәһенән өлгө алып, уны хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Улы Ринат табип һөнәрен һайлаған, ғаиләһе менән Мораҡта йәшәй, ике бала атаһы. Ҡыҙы Әлсимә кейәүе менән Өфө ҡалаһында йә­шәй, программист. Балала­рын дәртләндерә белгән, терәк-таяныс булған әсәй, хөрмәтле өләсәй булыуы менән бәхетле ул. Балалары оло тормошҡа лайыҡлы аяҡ баҫһа ла, уларҙы хәстәрләп, кәңәштәре менән ярҙам итеп йәшәй. Бөтә ерҙә лә өлгөр, йор һүҙле, шиғри күңелле ижади кеше ул.
2015 йылда шағирә Йомабикә Ильясова призына үткәрелгән “Рухымдың аҡ ҡошо” исемле бәйгелә әүҙем ҡатнаша, дипломға лайыҡ була. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика күләмендәге шиғри бәйгелә ҡатнашып өсөнсө урынға сығып, 2016 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналы үткәргән “Әсә йөрәге” шиғри бәйгеһендә икенсе урын алып, диплом менән бүләкләнеүе лә уның көслө рухлы, уңған әсәй булыуы тураһында һөйләй.
Эйе, ошондай көслө рухлы, тыуған еренә хеҙмәт иткән, ғөрөф-ғәҙәттәрен киләһе быуынға өйрәткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, әсәйҙәребеҙ булғанда, халҡым, телем юғалмаҫ, сөнки һәр кем донъя­лыҡтың бар матурлығын әсәй аша күрә. Нәҡ ул тәү башлап илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, лайыҡлы алмаш ҡалдырып, кешелек алдында әсәлек бурысын үтәй.

Нәүилә АЛТЫНҒУЖИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Баймаҡ районы.


Вернуться назад