Фронтҡа йылы кейемдәр21.06.2017
Фронтҡа йылы кейемдәр Илеш районы колхоздарында Ҡыҙыл Армия өсөн йылы кейемдәр әҙерләү йәйелдерелде. “Игенсе” колхозы колхозниктары бер көндә генә Ҡыҙыл Армия өсөн 50 дана тире, 9 килограмм йөн, 60 пар йөн ойоҡбаш, 50 пар йөн бейәләй тапшырҙы. Һәм улар райондың бөтә колхозниктарын, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрен Ҡыҙыл Армия өсөн йылы кейемдәр әҙерләүҙә үҙҙәре менән тиңләшергә саҡырҙы.
Быға яуап итеп “Биш партизан” колхозы колхозниктары үҙҙәренең дөйөм йыйылышында ғына 50 дана тире, 38 килограмм йөн, күп һанда йөн ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр тапшырҙы. Бында колхозниктар Мостафин, Нуриев, Сәлихов, Тәхәүетдинов иптәштәр икешәр тире, берәр кило йөн, берәр пар йөн ойоҡбаш бирҙе.
***
Башҡорт академия һәм опера театрҙары, рус драма театры коллективтары халыҡ оборона фондына ай һайын бер көнлөк хеҙмәт хаҡын бирә. Был 5760 һум тәшкил итә. Театрҙар­ҙың күп кенә работниктары ҡиммәтле нәмәләр бирә. Театр директоры, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Дмитриев 18,56 грамм ауырлығындағы алтын сылбыр, театрҙың художество етәксеһе Славинский – алтын брошка, балдаҡ; балетмейстер Ғәскәров – алтын балдаҡ, балет артисткаһы Горская һәм драма артисткаһы Әхтәмова – алтын алҡалар, опера театры солисы Маргарин алтын балдаҡ бирҙе. Театр работниктары шулай уҡ оборона фондына 50 мең һумлыҡ заем облигациялары тапшырҙы.
Ҡыҙыл Армия боецтары өсөн йылы кейемдәр йыйыу тураһында Белорет металлургтарының саҡырыуы театрҙарҙың коллективтары араһында ҡайнар отклик тапты.
Парикмахерская цехының мөдире Шевелев – мамыҡ һалып һырылған телогрейка, салбар; электромастерской работнигы Вольфсон – ике йылы салбар һәм телогрейка; администратор Рәхимғолов, опера солисы Атамановтар йылы белье бирҙе.
Театрҙың мастерскойында мамыҡ һалып һырылған 40 комплект йылы кейем тегелә.

Е. М. КУЗНЕЦОВА.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”. – 1941. – 19 сент., № 208).


Вернуться назад