Туған баҫмаңа яҙылдыңмы?19.05.2017
1 апрелдән 2017 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының төп этабы башланды. “Туған баҫмаңа яҙыл” марафоны бөтә республика буйынса уҙғарыла. Баҫмаға яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге бар.

“Аҙна һайын бүләк”

Был акция май айында ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн икенсе ярты йыллыҡҡа (кәмендә алты айға) үҙегеҙ теләгән район, ҡала йәки республика баҫмаһына яҙылып, тейешле редакцияға квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрергә кәрәк. Аҙна һайын осраҡлы һайлап алыу юлы менән еңеүсе билдәләнәсәк. Уның фотоһы гәзиттә (журналда) баҫыласаҡ. Бүләккә көндәлек тормошта бик кәрәкле тауарҙар әҙерләнде.

“Бәхетле авто”

Акция июндә ойошторола. Йылдың икенсе яртыһына кәмендә алты айға район йәки ҡала гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға килеп (үҙегеҙҙең районығыҙҙа йәки ҡалағыҙҙа, Өфөнән тыш), махсус наклейка алырға кәрәк. Стикерҙы автомобилегеҙҙең артҡы тәҙрәһенә йәбештерергә. Июнь аҙағында район үҙәгендәге йәки ҡалалағы урамдарҙың, майҙандарҙың береһендә бүләк отоу байрамы уҙғарыла. Бүләктәр иһә сараға махсус наклейкалы автомобилдә килгән кешеләр араһында отторола. Әйткәндәй, приздар ҙа ҡыҙыҡлы – төрлө автомобиль аксессуарҙары. Бүләк отоуҙың аныҡ урыны һәм ваҡыты тураһында гәзиттә хәбәр ителәсәк.

“Супербүләк”

Супербүләк отошонда ҡатнашыу өсөн йылдың икенсе яртыһына кәмендә алты айға бер республика баҫмаһына һәм бер район йәки ҡала баҫмаһына яҙылыу шарт. Абонементтарҙың күсермәһен түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы, матбуғатҡа яҙылыу һәм берәмләп һатыу бүлеге.
Августа осраҡлы һайлап алыу юлы менән 21 еңеүсе асыҡланасаҡ. Төп бүләк – телевизор һәм юлдаш ТВ приемнигы. Бынан тыш, ике телевизор, өс юлдаш ТВ приемнигы һәм 15 планшет оторға була.
Еңеүселәрҙең исем-шәрифе матбуғатта баҫыласаҡ. Супербүләк отоусы Өфөгә саҡырылып бүләкләнәсәк.

Был мөһим!

Бүләк отоуҙа ҡатнашыу өсөн “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылыу шарт. Медиахолдинг баҫмаларының тулы исемлеге менән уның сайтында www.rbsmi.ru танышырға мөмкин.
Акцияларҙа ҡатнашыу шарттары тураһында мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 8 (347) 226-99-54.


Вернуться назад