Нисек гәзит минең тормошомдо үҙгәртте?19.05.2017
Совет осоронда һәр ғаилә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал алдырҙы. Почта хеҙмәткәре иртәнге таңдан почта йәшнигенә кәмендә 5-10-ар дана гәзит-журнал ҡалдырҙы. Уҡыусылар мотлаҡ “Башҡортостан пионеры”, “Пионер”, “Юный натуралист” алдырһа, өлкәндәр “Башҡортостан” гәзитенә, район матбуғатына яҙылды.
Әлбиттә, 1917 йылға тиклем илебеҙҙә рәсәйҙәрҙең яртыһы наҙан булып, 30-сы йылдарҙа ғына мәжбүри башланғыс һәм ете класты бөтөрөү маҡсаты ҡуйылһа ла, боронғо быуын араһында уҡый белмә­гәндәр күп ине. Атайым мәрхүм фермала көтөүсе булһа ла, ауылдаштары араһында абруйы ҙур булды. Дүрт класс белеме менән уҡый ҙа белә, ауыл советына депутат итеп һайлап, уға ышаныс күрһә­тәләр. Көн дә ауыр эштән һуң ял ваҡы­тында ҙур битле “Совет Башҡортостаны” гәзитен ҡулына ала. Уның етди йөҙөнән, башын да ҡалҡытмай мөкиббән китеп уҡыуынан, үҙе өсөн бик тә кәрәкле, мөһим мәғлүмәттәр яҙылыуын аңлай инем.
Кистәрен беҙгә ололар килә. Атайым ҡысҡырып уҡый, әңгәмә ҡоралар. Бигерәк тә сәйәсәт өлкәһе, яңы сыҡҡан закондар менән ҡыҙыҡһыналар. Айырыуса һуғыш ветераны Шәйхелислам апа Ғәлиуллин йыш килә, уныһын-быныһын уҡыта, һорауҙар бирә. Атайым: “Хрущев кәзәне бөтөрөргә ҡушҡан”, – тип уҡып ишеттерҙе. Йылмайып тыңлаған бабай шунда уҡ бот сапты. “Ни эшләргә, Әхмәтшәриф? Яңғыҙ бөртөк кәзәмде бөтөрәйемме? Әллә тороп торайыҡмы? Былай ҙа бер һыйырҙан ары мал көтөргә рөхсәт юҡ”, – тине. Атайым: “Ярай улайһа. Силсәүиткә саҡыртып-фәлән тормаһалар, шулайтайыҡ”, – тине. Бер айҙан һуң теге фронтовик ҡайтанан килде, урындыҡҡа ултырып: “Шунан, Әхмәтшәриф, Хрущев нимә тигән?” – тигән һорауҙы ҡуйҙы. Атайым: “Кәзәне бөтөр­мәҫкә ҡушҡан”, – тигәйне, теге апа бала кеүек: “Ҡәйнеш, алай ҙа ғына бөтөр­мәгәнбеҙ”, – тип ҡыуанды. Республи­ка­быҙҙың төп баҫмаһы үҙе иле рәғиәләренә фарман биргән, ҡануниәтенә буйһондорған баҫма булған. Быны ни өсөн яҙам һуң? “Башҡортостан” гәзите – башҡорттарҙың йәнтөйәгенең исемен йөрөткән берҙән-бер ижтимағи-сәйәси баҫма. Үҙ илен ихтирам иткән һәр башҡорт уны уҡыуҙы мотлаҡ бурысы тип һанаған һәм баҫма йөҙәр меңләгән дана тираж менән баҫтырылған.
Йонсоу көҙҙә урмансы, һуғыш ветераны Мөхәммәт бабай Ғәббәсов тағы беҙгә инде. “Коммунизм тигәне нисегерәк була? Шул турала яҙмайҙармы?” – тигән һорауына “Яҙылған. Магазин тулы әйбер булыр. Берәү ҙә урлашмаҫ. Бөтә нәмә бушлай була. Кем күпме теләй, шунса аласаҡ...“ тигән яуап алды. Хәҙерге заман кешеһе шуға инанды: ата-бабаларыбыҙҙы ғүмер буйы яҡты тормош тип ышандырған, ымһындырған коммунизм идеялары утопия булған...
Уҡый ҙа белмәгән 5-6 йәшлек бала булһам да, ололарҙың теге йәки был мәғлүмәт тураһында фекер алышыуҙарын, бәхәсләшеүҙәрен ҡыҙыҡһынып тыңлай инем. Баҫманың беренсе битендә йыш ҡына политбюро ағзаларының портреттары күренә торғайны. Һәр береһенең фотоһүрәтен ҡарап сыҡҡас: “Атай, ниңә был бабайҙарҙың баштары пеләш?” – тигән һорауыма ул: “Аҡыллы булғанға”, – тип яуап бирҙе. Мәктәпкә уҡырға барғанда, дәүләт эшмәкәрҙәренең исем-шәрифе миңә таныш ине инде: Суслов, Громыко, Хрущев, Косыгин, Подгорный һәм башҡалар...
Һуғыш осоронда әллә нисә төрлө һалымдан йонсоған халыҡ баҫманан ниндәй ҙә булһа яңылыҡ көтә. Телевизор юҡ, радиоһы ла шытырлай, тыңларлыҡ түгел. Колхозда ҡыҙыу бесән мәле. Бала-сағанан башлап ҡарт-ҡороһона тиклем шунда. Ял ваҡытында Фазлиәхмәт исемле шаян ағай “Башҡортостан” гәзитен уҡый. Етмештән ашҡан Хәсән олатай: “Нимә яҙалар? Һалымды бөтөрмәйҙәрме?” – тип уға яҡынлашты. “Ҡаҙҙарға налог һалғандар. Һәр ҡаҙың иҫәбенә берәр йомортҡа түләйһең”, – тип әйтеүе булды, “Бирермен мин уларға ҡаҙ йомортҡаһын. Ҡаҙым ике генә йомортҡа һалды”, – тип көйәләнде. Бесәнселәр рәхәтләнеп көлөшкәс кенә айышына төшөнөп тынысланды. Район кешеһе килгәс: “Молодым у нас дорога, старикам везде у нас почет” тип яҙғандар икән. Йәштәргә юлығыҙ ҡайҙа?” – тип, ҡулын йәйеп, етәксене ҡаңғыртты.
Атайым күптән был донъяла юҡ инде. Урыны ожмахта булһын. Уның аманатына тоғро ҡалып, республикабыҙҙың төп баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитен юлдаш иткәнемә бер ҙә үкенмәйем. Унда илдең иҡтисадын да, сәйәсәтен дә, тормош һулышын да, тарихи мәғлүмәттәрҙе лә, сит илдәр менән сағыштырып, йәшәү кимәлеңде лә белергә мөмкин. Шөкөр, күптәргә ҡарағанда мәғлүмәтлерәкмен.
Әлбиттә, ижади кешеләрҙең рухи күстәнәстәренән ауыҙ итәм: хикәйәләр, шиғырҙар, иҫтәлектәр, юбилярҙар тураһында уҡырға яратам. “Көн һайын ошо урында” рубрикаһында беҙҙең илдә башлап етештерелгән аспирин тураһында уҡыным, үҙеңде ауырыуҙан нисек араларға ла өйрәндем. Кешенең мейе нейрондары үтә лә һиҙгер, тиелгәйне мәҡәләлә. Уға ниндәй сигнал бирһәң, ул шуны үтәй. “Мин ауырымайым!” – тип ҡабат-ҡабат әйтергә кәрәклеге тураһында яҙылған. Ғөмүмән, ауырыуҙарҙың атамаларын әйтергә ярамай, нейрондар мейегә еткерә һәм шул сир менән ауырып китеүең бар”, – тип иҫкәртелгәйне. Шул осорҙан бирле ошо алымды ҡулланам, ифрат килешә.
Атайымдың яратҡан баҫмаһына тоғро ҡалып, йыл да яҙылам, һәр һанын көтөп алам, сөнки “Башҡортостан” гәзите – хаҡына торошло бай йөкмәткеле баҫма. “Йома” һанына шишәмбе һәм шаршамбы сығарылыштарын ҡушһаң, егерме дүрт бит, йәғни бер китап уҡығандай булаһың. Гәзит уҡыусылар араһында йыш ҡына һәр төрлө конкурстар даими уҙғарыла.
Гәзит илдә барған ысынбарлыҡты кәүҙәләндереп, күҙебеҙҙе аса, рухыбыҙҙы дауалай. Уҡыусыларын тарихыбыҙға, динебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү менән бер рәттән, кредитҡа батыу, әхлаҡһыҙлыҡ, эскелек, фатирһыҙлыҡ, онотола барған ата-инә хаҡы, уларҙың рәнйеү-ҡарғышы кеүек кире күренештәр тураһында ла фекерен әйтә. Дан ғаиләләр, дан кешеләр, илебеҙҙең элиталы ҡатламы, сәләмәт йәшәүселәрҙе үрнәк итеп күрһәтә һәм, ғибрәтле хәлдәрҙән арындырып, улар тураһында ла яҙа.
“Башҡортостан” гәзите, ғөмүмән, тормошомдо яҡшы яҡҡа үҙгәртте. Уның яр­ҙамында мин асылыма ҡайттым. М. Ямалетдинов етәкселегендәге “Ҡуңыр буға” ойошмаһына индем. Үҙемде ижадһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ижад йәшәү мәғәнәһенә әйләнде. Рәхмәт һеҙгә, “Башҡортостан” баҫмаһы хеҙмәт­кәрҙәре!
Хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе яҡынлашып килгән оло юбилейығыҙ – бер быуатлыҡ ғүме­регеҙ менән ҡотлайым! Артабан да уҡым­лы мәҡәләләрегеҙ менән уҡыусы­ларығыҙҙы ҡыуандырып тороуығыҙҙы, ғаилә бәхете, һаулыҡ теләйем.






Вернуться назад