Корейса ҡаҙ ашы31.03.2017
Милләттәшебеҙ Гөлназ Хәлилова тормошон корей милләте вәкиле Антон Тен менән бәйләгән. Үҙҙәре үҫтергән ҡаҙҙарҙан ул башҡортсалап тороп бишбармаҡ та, корейҙарса дөгөлө аштар ҙа әҙерләргә ярата. Ят ризыҡтарҙың береһен беҙгә лә өйрәтте:
– Ҡаҙ итен ныҡ йомшарғансы бешерергә. Бер аҙ һыуынғас, ҡыртышын ситкә ҡуйырға, итен ҡул менән мөмкин тиклем нәҙек итеп айырырға.
Артабан соус әҙерләйбеҙ. Ҡыртышты бутҡа һымаҡ булғансы турарға, утҡа ҡуйырға ла уның майында һуғанды ҡыҙҙырып алырға. Әҙер массаға ҡыҙыл борос, иҙелгән һарымһаҡ, кинза кеүек тәмләткестәр, бер аҙ ҡайнатылған һыу өҫтәргә.
Тағы ла дөгө кәрәк. Һәйбәтләп йыуылған түңәрәк ярмалы дөгөнө 1:1 дәүмәлендә тоҙһоҙ һалҡын һыуға һалып, 10-15 минут талғын утта ҡапҡасты асмайынса бешерергә. Һауыттың төбө ҡалын булырға тейеш. Уттан алғас, дөгөнө ябыҡ һауытта тағы ярты сәғәттәй быҡтырабыҙ. Иң уңайлыһы – мультиваркала әҙерләү. Дөгө ҡулға йәбешеп торорға тейеш. Уны тәрилкәгә ярым шар рәүешендә матурлап һалырға. Бының өсөн ҡулды йә ҡалаҡты һыулап торорға кәрәк.
Айырым кәсәләргә төрлө тәмләткес үләндәр, иҙелгән һарымһаҡ һалып сығырға ла онотмағыҙ.
Ашты шулай ашайҙар: тәрилкәгә һурпа ҡоялар, ит менән дөгө һалалар һәм тәмләткестәр өҫтәйҙәр.


Вернуться назад