2 — 8 апрелгә йондоҙнамә31.03.2012
Аҙна көсөргәнешле булмаҡсы, әммә уның ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Күҙ алдына килтерергеҙ: тын алғыһыҙ эҫелә эшләгәндә, кондиционер ҡабыҙҙылар, ти. Мәшәҡәт кәмемәне, әммә еңеллек һиҙелде, эйеме? Тимәк, ҡатмарлы хәлдән сығыу юлын табаһығыҙ тигән һүҙ. Шулай ҙа хаталар өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Бигерәк тә был финанс өлкәһенә һәм мөхәббәткә ҡағыласаҡ.
Дүшәмбе – эшлекле көн, әүҙемлек талап ителә. Көсөгөҙҙө сарыфлауҙан ҡурҡмағыҙ. Шишәмбе һөйләшеүҙәр һәм социаль саралар үткәреү өсөн ҡулай. Ниндәйҙер һорау асыҡлыҡ индереүҙе талап итә икән, быны кискелеккә ҡалдырығыҙ. Шаршамбы план ҡороу өсөн ҡулай. Юлға сыҡһағыҙ, көтөлмәгән хәлдәр албырғатыр. Кесе йома бик үк шәптән түгел, әллә ни һөҙөмтәләргә өлгәшә алмаҫһығыҙ. Йома ялған күп булыр, һеҙҙең һүҙҙәрҙе башҡаларға бөтөнләй икенсе төрлө итеп еткереүҙәре ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна проблемаһы – факттарҙың күплеге. Улар ҡапма-ҡаршылыҡлы булыр, шуға күрә йә тиҙерәк һығымта яһағыҙ, йә ваҡытты һуҙығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Хәл-ваҡиғалар һеҙҙең контролдән сыҡмауын теләһәгеҙ, итәғәтле һәм ипле булығыҙ. Уңыш хаҡы шунан ғибәрәт.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡатмарлы аҙна. Бының төп сәбәбе – үҙ-ара ҡәнәғәтһеҙлектә. Башҡаларҙы ғәйепләүҙән тыйылырға тырышығыҙ, юҡһа, яуап ҡатыраҡ булыуын көт тә тор.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ. Һиҙелер-һиҙелмәҫ билдәләр етди сирҙең тәүге ҡыңғырауы булыуы ихтимал.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тормошҡа һәм эшкә ҡарата булған мөнәсәбәтегеҙ ысынбарлыҡтан йыраҡ, ахыры. Ҡайһы бер ғәмәлдәргә иғтибарлыраҡ булырға, нимәнеңдер урынын алмаштырырға кәрәк.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Йәмәғәт тормошона бәйле эштәрегеҙ ифрат уңышлы булыр. Бәлки, был сәхнәлә сығыш яһауға йәиһә ниндәйҙер ижади проектта ҡатнашыуға бәйлелер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡыйыуыраҡ булығыҙ. Туғандарығыҙ ярҙамында яңы килем сығанағы табыуығыҙ ихтимал. Әммә бының өсөн сослоҡ күрһәтеү фарыз.

Саян (24.10 –22.11)
Етәкселек менән мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртерһегеҙ. Уларҙың йомшаҡ яҡтарын һәм өҫтөнлөк биргән ҡыҙыҡһыныуҙарын белерһегеҙ, был һеҙҙе үҙ-ара яҡынайтасаҡ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Тауыш күтәреп, мөнәсәбәт асыҡлауҙан һаҡ булығыҙ. Хатта үҙ балағыҙ менән дә.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үҙ-үҙегеҙҙе тотошоғоҙ бик урынлы. Кәрәк тип тапҡанда башҡаларҙы йәлләп тормауығыҙ ҙа – файҙаға.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Үҙ бизнесығыҙҙы асыу, юғарыраҡ вазифа биләү, шәхси проекттар хаҡында уйланырға ваҡыт. Кемдеңдер етәкселеге аҫтында эшләй торған ваҡыт үтте!

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Башҡаларҙың идеяларын ҡулланыуҙан һаҡ булығыҙ. Һеҙ алдынғы кеүек тойолһағыҙ ҙа, фекер авторы барыбер уңышлыраҡ юҫыҡта ҡаласаҡ.
Өмөтбикә.


Вернуться назад