Булмышы – көс һәм ышаныс17.02.2017
“Кеше үҙ көсөнә ышанған ерҙә генә уңышҡа өлгәшә”. Күренекле немец фәлсәфәсеһе Людвиг Фейербахтың был фекерен күптәрҙең тормош юлына бәйләп дәлилләргә мөмкиндер, әммә беҙҙең өсөн дуҫыбыҙ Ислам Мифтаховтан да нығыраҡ тап килгәне юҡ һымаҡ, сөнки уның булмышында “көс”, “ышаныс” һәм “уңыш” тигән өс төшөнсә айырыуса асыҡ сағыла.

Булмышы – көс һәм ышанысЙылайыр ра­йонының Юлдыбай ауылында Фә­риға һәм Илһа­мет­дин Мифта­хов­тар­ҙың татыу ғаилә­һендә баш бала булып донъяға килгән Ислам бәләкәйҙән зи­рәклеге, ты­рыш­лы­ғы, ҡыйыу­лығы ме­нән айырылып то­ра. Яҡшы хеҙмәт тәрбиәһе алғанға күрә төрлө шө­ғөлгә иртә өйрәнә, ата-әсәһенә йорт-ҡура мәшә­ҡәт­тәрендә ярҙамлаша, дөйөм ауыл өмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Уҡыуҙа ла алдынғылар иҫәбендә була.
Ауылында урта мәктәпте тамамлағас, ҙур теләк менән армия сафтарына юллана Ислам. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та белем алыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыуға тотона – Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария медицинаһы факультетына уҡырға инә. 1993 йылда инде, дипломлы йәш белгес булып, ауылына эшкә ҡайта. Шунда уҡ “Юлдыбай” совхозында хеҙмәт юлын башлай. Күреүебеҙсә, үҙ көсөнә ныҡлы ышаныуы, тырышлығы Ислам Илһаметдин улын һәр саҡ уңыштарға, еңеүҙәргә илтә.
Өмөтлө йәш белгесте бер нисә йылдан баш ветеринария табибы итеп тәғәйенләйҙәр. Ғөмүмән, карьера баҫҡысынан тиҙ күтәрелә ул. 1998 йылда Ислам Мифтахов Башҡортостандың Ветеринария идара­лығындағы яуаплы вазифаға күсә һәм, һайлаған һөнәренә тоғро булып, бөгөн дә шунда эшләй. Республиканың Ветеринария хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе лә. Фиҙакәр хеҙмәте маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән баһаланды.
Шуныһын әйтергә кәрәк: дуҫыбыҙға бер ваҡытта ла һауаланыу, ҡоро һүҙлелек хас түгел. “Тормошом юлында гелән яҡшы кешеләр тап булды. Туғандарым, яҡташтарым менән татыубыҙ, дуҫтарым күп. Хеҙ­мәт­тәштәремдән, етәкселәремдән дә уңдым, улар тарафынан таяныс, аңлау тоям”, – тип ихлас йылмая ул.
Беҙҙең өсөн Ислам Илһаметдин улы тәрән фекерле кәңәшсе лә, ни әйтеребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торған иғтибарлы әңгәмәсе лә, кәрәк саҡта һис икеләнмәй ярҙам ҡулы һуҙыр иптәш тә. Яҡташтар, класташтар, курсташтар осрашыуҙарын ойоштороп, барыһын ҡуҙғытып, берҙәмлеккә әйҙәп йөрөй ул. Үҙе – табындарҙа көтөп алынған ҡунаҡ: моңло йырлай, дәртле бейей, йор һүҙгә әүәҫ.
Ғаиләһен, нәҫелен Ислам Мифтаховтың уңыш нигеҙҙәренең иң мөһиме тип күрәм. Әсәһенә изгелекле бала, туғандарына хәстәрлекле ағай, улы Илсурға абруйлы, өлгөлө атай, ҡатыны Ғәйнур Шәрифйән ҡыҙына һөйөклө, ҡәҙерле ир ул. Ошо “тыл”ға булған ышанысы ла уҙаманды илһамландырып, ҡанатландырып торалыр.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика