Ҡырыҫ ҡышта – күңел йылыһы14.12.2016
Һалҡын ҡыш айҙарында урамда ҡалған эт-бесәйҙәр интегә. Ҡайһы бер осраҡта улар ышыҡ урын эҙләп, йорт подвалдарына төшә, тик һыуыҡ көндә йән аҫрар өсөн аҙыҡ табыу барыбер ҡатмарлы. Күптәре йылылыҡҡа мохтаж булып, йәшәүгә булған һуңғы өмөттәре менән үҙәккә үткес һалҡында урамда ҡый һауыттары янында урала.
Ә бит һәр кеше күңеленең бер бәләкәй генә өлөшөндә миһыр­бан­лыҡ һәм йәлләү тойғоһо булырға тейештер. Бер генә секундҡа тормош ҡағиҙәләре сигенән сығып, үҙебеҙҙе шул бисаралар урынына ҡуйып ҡараһаҡ ине. Йөрәгебеҙҙә, бәлки, тәрәнгә йәшеренгән иң ябай матур сифаттарҙы табып, мохтаж йәндәрҙе ҡулыбыҙҙан килгән бәлә­кәй генә ярҙамдан ҡалдырмаһаҡ ине...

Беҙ нимә эшләй алабыҙ һуң? Урамда ҡалған эт-бесәйҙәргә ашарға бирергә мөмкин. Һәр тере йән өсөн аҙыҡ ҡаты һыуыҡтарҙа бирешмәҫкә көс бирә. Өҫтәлдәге ризыҡ ҡалдыҡтарын сүп биҙрәһенә ташларға ашыҡмайыҡ: тышҡа сыҡҡанда, эшкә барғанда йәки ҡайтышлай эт, бесәй, ҡоштар булған билдәле урындарға ҡалды­рып китергә мөмкин. Юлда йөрө­гәндә үҙебеҙ менән берәй телем икмәк һалып алырға ла була бит. Бәлки, беҙ ҡалдырған аҙыҡ-һөйәктәр эт-бесәйҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыр.
Әгәр ҙә шикләнергә урын бул­маһа, хайуандарҙы подъез­дарға индереүҙән дә тыйылмайыҡ. Эттәр йортта йәшәгәндәр өсөн хәүеф тыуҙырыр тип борсолоу урынһыҙ, сөнки ярҙамға мохтаж өшөгән хай­уандар агрессив булмай. Кире­һенсә, был бисаралар беҙгә рәхмәт кенә әйтер. Әгәр ҙә инде күршеләр ҡаршы торһа, уй-ниәтебеҙҙе итәғәтле генә итеп еткерергә оялмайыҡ. Хайуан йылынғас, бер-ике сәғәттән кире сығарырға ла була. Кешеләрҙе мәрхәмәтле булырға саҡырыу был осраҡта бер ниндәй ҙә закон сиктәренән сыҡмай.
Ҡайһы бер осраҡта эт-бесәйҙәр йылынырға теләп автобустарға килеп инә. Ҡырыҫлыҡ менән уларҙы ҡыуырға ашыҡмайыҡ, башҡа кешеләргә лә асыу-ҡурҡыуҙарын еңеп, тыныс булырға кәңәш итәйек. Битараф булмаһаҡ ине, сөнки әйтелгән бер-ике һүҙ килеп тыуған хәлдән сығырға ярҙам итер. Кондуктор үтә лә ныҡ туҙынһа, был хәлдә, мәҫәлән, хайуан өсөн аҡса түләргә мөмкин, 20-25 һум аҡсанан кәмеп китмәҫбеҙ, ә һеҙҙең менән сәйәхәт итер өшөгән хайуанға әҙерәк хәл инер.
Телевизор һәм башҡа көнкүреш техникаһынан ҡалған, эсендә пенопласы булған ҙурыраҡ ҡумта­ларҙы эт-бесәйҙәр булған ергә алып барырға мөмкин. Елдән һәм һыуыҡтан һаҡланыу өсөн өсөн хәтәр шәп ышыҡ буласаҡ. Кәрәк­мәгән иҫке йылы кейемдәрҙе лә эсенә һалырға була бит. Ваҡыт булғанда бисараларға ҡул аҫтын­дағы әйберҙәрҙән ваҡытлыса бәләкәй оя эшләп ҡуйырға мөмкин.
Эт-бесәйҙәрҙән ытырғанып, яндарынан иғтибарһыҙ үтмәйек, бәлки, кемдер өсөн ошо йолҡош йәндәр яҡын дуҫ булып китер. Ветеринарға алып барып күрһәт­кәс, йыуындырып алғандан һуң хайуандар ҙа матурайып китә, кеше кеүек уларға ла йәм, йәшәү төҫө керә. Бәлки, ауылда бесәй йә эт алырға теләгән туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ барҙыр. Төрлө юлдар бар бит, уйларға була, Интернетта иғлан бирергә лә мөмкин. Бәлки, кешеләр ҙә матур уйҙар менән тап ошо хайуанды үҙенә алырға теләр, ә беҙ ҡылған бәләкәй генә яҡшы­лығыбыҙҙан, бушҡа үтмәгән ошо көнөбөҙҙән ҡыуаныс кисерербеҙ.
Ҡаты һыуыҡтарҙа бары тик кешеләр генә йылылыҡҡа мохтаж хайуандарға ярҙам итә ала. Йөрәгебеҙҙә мәрхәмәткә урын булһын ине. Һәр кемдең ҡулынан килгән бәләкәй генә яҡшылыҡ та ерҙә ятып ҡалмаҫ, күңелебеҙҙе яҡтыртып, ҡыуаныс килтерер. Тормошобоҙҙағы бер мәл – ҡыштың ҡырыҫлығын яҡшы ниәт-эштәребеҙ менән йылытайыҡ.


Вернуться назад