Ҡоромаһын ырыу ағасы22.11.2016
Ҡоромаһын ырыу ағасы Аҡъярҙың 3-сө “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн әленән-әле бай йөкмәткеле саралар үткәрелә. “Тыуған ил нимәнән башлана?” исемлеһендә кескәйҙәр үҙҙәренең тыуған ауылы, тыуған төйәгебеҙ Башҡортостан, Ватаныбыҙ Рәсәй тураһында һөйләне, “Сәскә ат, Башҡортостаным!” тигән шиғыр конкурсында иһә республикабыҙға дан йырланы.
Ғөмүмән, малай һәм ҡыҙҙарҙы төрлө милләт вәкилдәре, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Төрлө сараларҙы бойомға ашырыуҙа балалар баҡсаһындағы “Башҡорт тирмәһе”, “Рус йорто” һәм Аҡъяр тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарына ойошторолған экскурсиялар ҙа ярҙамға килә.
Тәжрибә майҙансығы ойошторолдо. Уның темаһын Рәсәй Президентының “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү” тураһында указына ярашлы сараларға һәм 2020 йылда беҙҙә үтәсәк Бөтә донъя фольклориада байрамына әҙерләнеүгә бағышланыҡ. “100 проект” сиктәрендә “100 сара” акцияһын иғлан иттек.
“Шатлыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеү­селәр нәҫел ебен барлау, ырыу тамырҙарын һөйләү, тарих төпкөлөнә күҙ һалыу өсөн “Ҡоромаһын ырыу ағасы” исемле бәйгегә сыҡты. Балаларға “шәжәрә” һүҙенең ғәрәп теленән тәржемә иткәндә ағас тигәнде белдереүен, тимәк, шәжәрә ғаилә ағасы икәнлеген аңлаттыҡ. Борон ололар, аҡһаҡалдар, ваҡыты еткәс, улдарына шәжәрә ҡалдырған, йәғни аманат итеп тапшырған.
Байрамға килгән кескәй бәйгеселәребеҙ шәжәрәләре менән таныштырҙы. Баҡсала тәүге тапҡыр ойошторолған ошо сара балалар һәм ата-әсәләр күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Залға башҡорт тирмәһе ҡоролоп, уның янына ата-әсәләрҙең бай фантазияһы менән эшләнгән шәжәрә ағастары ҡуйылды. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Хазина” фольклор төркөмөндә (етәксеһе – Ә. Баймырҙина, музыкаль яҡтан биҙәүсе – З. Аҡҡусҡарова) шөғөлләнгән балаларҙың күңелле йыр-бейеүле халыҡ уйындары менән үрелеп барҙы.
Жюри ағзалары, шәжәрә ағасын төҙөү, кескәйҙәрҙең нәҫел ебен һөйләү оҫталығын һәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, еңеүселәрҙе билдәләне.
Кескәйҙәр һәм уртансы төркөмдәр араһынан беренсе урынға Гөлгөнә Әлибаева (“Ҡарлуғас” уртансы төркөмө, тәрбиәсеһе – Л. Рыҫҡолова) сыҡты, ә өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре араһында Зарина Зәйнәғәбдинова (“Непоседы” мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө, тәрбиәсеһе – Д. Күсә­кова) еңеүсе булды.
Йөкмәткеле шәжәрә ағастары өлгөһөн эшләгән ата-әсәләрҙе лә билдәләмәү мөмкин түгел. Улар – Р. Солтанов, Й. Зәйнәғәбдинов, Я. Мәмбәтов, Р. Билалов, А. Мәхмүтов, И. Әптеков, Р. Бохарбаев, А. Имашев, Ғ. Хәбибуллин һәм Ф. Теләү­ғоловтар ғаиләләре.
“Ҡәҙерле балалар, тамырҙарығыҙҙы онот­мағыҙ, үҙегеҙҙең нәҫелгә генә хас күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ! Атай-әсәйегеҙгә, туғанда­рығыҙға, халҡыбыҙға, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ!” – тип, кисәбеҙҙе балалар башҡарыуында фәһемле шиғырҙар һәм моңло “Шәжәрә” йыры менән тамамланыҡ.


Вернуться назад