Етәксенең уң ҡулы, күҙе һәм ҡолағы22.11.2016
Етәксенең уң ҡулы, күҙе һәм ҡолағы Һуңғы йылдарҙа старосталар мәктәбе тергеҙелә башланы. Йәмәғәт башланғысын-да булыуына ҡарамаҫтан, староста – ауылдың хужаһы, ойоштороу­сыһы һәм лидеры. Шуға күрә уның бурысы еңел түгел: халыҡ тарафынан ете ҡат үлсәнеп, һәр аҙымың һыналғандан һуң ғына һиңә ышаныс күрһәтелә.
Артабан үҙ ваҡытың иҫәбенә ауылдаштарың менән ең һыҙ­ғанып бушлай эшләргә генә ҡала. Патриот бу­лараҡ, тыуған ауылының киләсәген уйлаған, кешеләрҙең йәшәйешен ҡай­ғыртҡан, ышанысын аҡларға тырыш­ҡандар күп. Шундай­ҙарҙың береһе – Өмөтбай ауылынан Зиннур Көмөшбаев.
Уның һәр көнө ауыл тормошо менән танышыуҙан башлана: көтөү киткәнме, юл бармы, ниндәй проблемаларҙы хәл итергә кәрәк, ауылдаштарын нимә борсой? Староста – ауыл хакимиәтенең уң ҡулы, күҙе һәм ҡолағы, тиһәк тә дөрөҫ булыр, сөнки бер нисә ауылға етәкселек иткән ауыл биләмәһе башлығы һәр береһен күҙәтә лә, уның проблемаларын бер юлы хәл итә лә алмай. Шунлыҡтан ул ауыл старосталарына таяна, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала.
Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан Өмөтбай ауылы халҡын хафаландырған мәсьә­ләләр байтаҡ. Бигерәк тә сабын­лыҡтарҙың аҙ булыуы, пай ерҙәренең ошоғаса бүленмәүе йә яраҡһыҙ урындан бирелеүе һәр кемде лә борсомай ҡалмай. Көндәр һыуытыу менән тибен­лектә йөрөгән йылҡы малын юғалтыуҙан да ҡурҡа улар, сөнки һуңғы йылдарҙа тап ошо осорҙа аттарҙы күпләп урлау күре­нештәре күҙәтелә. Ауыл­дағы һыуҙың эсергә яраҡһыҙ булыуы ла байтаҡ бәхәс тыуҙыра.
Бәләкәй өйгә ни кәрәк, оло­һона шул кәрәк тигәндәй, һәр кемдең пробле­маһын үҙе­некеләй күреп, барыһын да хәл итергә тура килә Зиннур Мәжит улына. Кемдер “эш хаҡы тү­ләнмәй” тип ҡул да һелтәп ҡуйыр ине, әммә ауылдаштары, ышаныс күрһәтеп, староста итеп һайлаған икән, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша ул.
Ҡатыны Гөлбикә Мөкәрим ҡыҙы ла – иренә бар яҡлап терәк һәм таяныс. Уҡытыусы булып эшләп, ҡыҫҡартылыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған хужабикә, Зиннурҙың бар башланғысын хуплап, уға ярҙам күрһәтергә тырыша. Ҡәйнәһе Зифа Иш­мөхәмәт ҡыҙы менән сирек быуаттан ашыу бергә йәшәгән килен ауылдаштары араһында уңған­лығы, тырышлығы менән айырылып тора. Ғаилә күпләп мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, үҙҙәренең тракторҙары менән бесән саба, йөк машиналары менән уны ташый. Теләүселәргә ярҙам итеүҙән дә баш тарт­майҙар. Үҙҙәренсә шулай ихлас донъя көтә уңған Көмөш­баевтар. Зәкир менән Камил исемле улдар, Сания исемле ҡыҙ тәрбиәләгән ғаилә ауылда иң өлгөлөләрҙән һанала.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика