Илебеҙҙә тиңдәр һирәк уға22.06.2016
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ойошторолоуға 65 йыл тулыу уңайынан Конгресс-холда “Рәсәй төбәктәрендә академик фән” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли форумы уҙҙы.

Фойелағы бай йөкмәткеле күргәҙмә сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Фәндәр академияһының Ботаника-баҡса институты, Биохимия һәм генетика институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Иҫәпләү үҙәге булған математика институты, Нефть химияһы һәм катализ институты, Социаль-тикшеренеүҙәр институты, Кузеев исемендәге этнология-тикшеренеүҙәр институты, Ауыл хужалығының Башҡортостан ғилми-тикшере­неүҙәр институты һәм башҡалар стенды янында халыҡ күп ине.
Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-ми­нистры Рөстәм Мәрҙәнов тантана айҡанлы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән барыһын да ихлас тәбрикләне.
– Беҙҙә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы төҙөлөү күп нәмәгә юлды асты, – тип башланы һүҙен Рөстәм Хәбиб улы. – Улай ғына түгел, өр-яңы бурыс­тар билдәләргә йүнәлеш тә бирҙе, республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә бермә-бер йоғонто яһаны, мәҙәниәткә йән өрҙө.
Премьер-министр белдереүенсә, Ғиззәтул­лин, Илһамов, Джемилев, Кузеев, Мәүлетов, Ниғмәтуллин, Монаков, Рафиҡов, Толстиков ише арҙаҡлы ғалимдарҙың исемен һанап сығыу ҙа күп нәмә тураһында һөйләй.
Артабан Рөстәм Хәбиб улы фән донъя­һында асыштары менән ҡыуандырған һәм юғары уңыш ҡаҙанғандарға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Ғалим-химик, Рәсәй Фәндәр академия­һының ағза-корреспонденты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе Усейн Джемилев тарихҡа байҡау яһаны, ғилми үҙәктең бөгөнгөһө тураһында һөйләне, киләсәккә ниәттәр билдәләне. Ғалимда­рыбыҙ донъя фәне үҫешенә тос өлөш индерә, институттар төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге ғилми-тикшеренеү программаларын эшләүҙә әүҙем ҡатнаша, тип тә өҫтәне.







Вернуться назад