Һайлауға әҙерлек дауам итә21.06.2016
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашҡанда урындарҙа Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек мәсьәләләрен өйрәнде, алты территориаль һайлау комиссияһында Дәүләт Думаһына һайлау йүнәлешендә алып барылған эштәрҙе баһаланы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, тауыш биреү участкаларын бина менән тәьмин итеү, уларҙың территорияһын төҙөкләндереү, һайлау участкаларында сауҙа ойоштороу, өҙлөкһөҙ электр энергияһы менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр бөгөн иғтибар үҙәгендә ҡала.

Бынан тыш, барлыҡ округтарҙа ла һайлау комиссияһы ағзалары ҡатнаш­лығында кәңәшмәләр үтте. Көн тәртибенә һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеү, халыҡҡа тейешле мәғлүмәтте ваҡытында еткереү, партия вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек кеүек мәсьәләләр сыға­рылды. Хәйҙәр Вәлиев округ комиссиялары ағзаларын һайлауҙарҙы ғәмәлдәге законға ярашлы иң юғары кимәлдә ойоштороу өсөн барлыҡ көстәрен һалып эшләргә саҡырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Дума­һына сираттағы һайлау ҡатнаш система буйынса үтәсәк. Йәғни граждандарға, партиянан тыш, үҙ округы буйынса айырым депутатты ла һайларға тура киләсәк. Яңы Дума составында республиканан бер мандатлы округтар буйынса үткән алты депутат эшләйәсәк. Улар Өфө, Благовещен, Белорет, Нефтекама, Салауат һәм Стәрлетамаҡ округтарында һайланасаҡ. Әйткәндәй, Рәсәй буйынса сағыштырғанда, Башҡортостан иң күп һайлау округы ойошторолған һигеҙ эре төбәк иҫәбенә инә.
Әлеге ваҡытта Башҡортос­тандан Дәүләт Думаһында партия исемлектәре буйынса һайланған 16 депутат эшләй. Уларҙың 12-һе — “Берҙәм Рәсәй”ҙән, икәүһе Коммунистар партияһынан. “ЛДПР” һәм “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәләренән — берәр депутат.
Киләһе саҡырылышта Дәүләт Дума­һында республиканан нисә депутат эшләйәсәге һайлаусы­ларҙың партия исемлектәре өсөн нисек тауыш биреүенә бәйле.


Вернуться назад