Яҡты йөҙлө Зөлфиә21.06.2016
Яҡты йөҙлө Зөлфиә Зөлфиә Ғәлиәхмәтова, иң изге һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһен һайлап, бер ҙә яңылышмаған. Үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында участка шәфҡәт туташы булып эшләй ул.

Һөнәре, ысын мәғәнәһендә, уның булмышына тура килә. Көн дә эшенә ашҡынып килеүе, йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп, ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарыуы, ҡабул итеүгә килгән балаларҙы ихлас яратыуы уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә, йөҙөн балҡыта. Уйҙары матурлығынан, күңел йомартлығынан килә был. Тап ошо сифаттары өсөн балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә ярата үҙен, хеҙмәттәш­тәре араһында ла абруйы ҙур.
Зөлфиә – Мәләүез ҡыҙы. Шәфҡәт туташы һөнәрен һайлауына күп һанлы туғандары араһында аҡ халатлылар булыуы ла, әсәһенең өгөт-нәсихәте лә булышлыҡ иткәндер. Күмертау медицина училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған ҡала­һындағы балалар поликлиникаһында башлаған ул. Көндәлек тырыш хеҙмәте менән тыуған еренең иң ҙур байлығы – кескәй мәләүездәрҙең һаулығы һағында тороуына егерме ике йыл инде. Ике бала әсәһе бу­ла­раҡ, кескәй пациенттарға әсәйҙәрсә йылылығын, хәстәрлеген йәлләмәй, сөнки белә: барыһы ла үҙҙәренең иң ҡәҙерле кешеләренең һаулығын, хатта ҡайһы берҙә ғүмерен медицина хеҙмәткәрҙәренә ышанып тапшыра. Зөлфиә Дифҡәт ҡыҙы эшенә бик яуаплы ҡарай, ти уның хеҙмәт­тәштәре. Айырыуса йәш әсәйҙәргә ҙур диҡҡәт менән ҡарай шәфҡәт туташы. Сабыйҙы ашатыу, тәрбиәләү, йыуындырыу буйынса кәңәштәре һәр ваҡыт урынлы уның.
– Балалар аҙыраҡ ауырыһын, атай-әсәйҙәр эшемдән риза булһын, үҙем ҡәнәғәтлек тойғоһо алып ҡай­тайым тигән теләк менән киләм эшкә, – ти Зөлфиә Ғәлиәхмәтова.
Тынғыһыҙ эше, әлбиттә, белем һәм тәжрибә менән бергә тырышлыҡ талап итә. Шуға ла Зөлфиә һөнәри оҫталығын арттырыу өҫтөндә даими эшләй, белемен камиллаштырыуға ынтыла. Был тәңгәлдә биш йыл һайын квалификация күтәреү курс­тарында уҡыуы, конференцияларҙа ҡатнашыуы ныҡ ярҙам итә. Төп эшенән тыш, Зөлфиә Дифҡәт ҡыҙы үҙәк район дауаханаһының йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға форсат таба. Уны спорт ярыштарында, айырыуса саңғы трассаһында йыш осратабыҙ.
Зөлфиә Ғәлиәхмәтованың балалар һаулығы һағындағы оҙайлы хеҙ­мәте, фиҙакәрлеге маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдә­лән­гән. Атай-әсәйҙәрҙең, бәләкәс­тәр­ҙең рәхмәтле йөҙөн иһә көн дә күрә.


Вернуться назад