Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә17.06.2016
Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә Иман нуры һаҡланы ауылымды

“Күҙәүле энә юғалмай”, – тигән булыр ине әсәйем, беҙҙе дәртләндереп.
Ә бит заманында “күҙәүле энә”ләр күпме юғалған!


Әсәйем Миңниса данлыҡлы Мораҙым ауылынан. Данлыҡлы тип әйтеүем шул: ауыл Меркит-Мең улусы старшиналарының береһе, заманында Өршәк-Мең ырыуы башҡорттарының баш­лығы булған һәм Бүгәс яуында әүҙем ҡатнашҡан Мораҙым Сәйетмәмбәтов исемен йөрөтә. Турсәғәли ауылына Мораҙымдың улы Байым нигеҙ һала.
Атайым менән әсәйем ғәжәп татыу, бер һүҙле булды. Бишә­үебеҙгә лә юғары белем бирҙе. Әсәйем яғынан данлы, тырыш ҡан килә. Атаһы Фазыл олатайым фронтта ятып ҡала. Һуғышҡа саҡлы колхоз рәйесе була.
Әсәйемдең теле иҫ китмәле халыҡсан, бай ине. Бер һөйләме лә тоҡос ҡына, яланғас булманы. Мәҡәл, әйтем, шиғыр, таҡмаҡ тулы була торғайны телмәре. Теле байҙың фекере бай, тиҙәр. “Ҡом йыйылып тау булмаҫ, ҡол йыйылып баш булмаҫ”, “Үҙеңдән тыумағанға, улым, тимә”, “Кейемең урыҫ булһа ла, күңелең үҙеңдеке булһын” тигән байтаҡ мәҡәлдәрен башҡа кешенән ишеткәнем юҡ. Атайым менән әсәйем почта аша китаптар алдырта торғайны, өйҙә әллә ниндәй кинолар ҙа ҡарай торғайныҡ.
Заманында “Күк йөҙө аллаһы” тигән исем йөрөткән беренсе совет летчигы Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин да әсәйем яғынан туған. Шәжәрә ҡарағанда юлыҡ­тым был асышҡа. Бына бит тағы бер данлы башҡорт егетенең исеме архивтарҙа ғына һаҡлана. Тағы бер серле үлем һәм онотолоуға дусар ителгән шәхес. Әгәр архивтарҙа документтар һаҡланмаһа һәм ихлас дуҫтары булмаһа, авиаторҙар араһында ғына исеме телгә алыныр ине... Олонан да оло шәхес ул. Ғәли Ишмырҙин тәрбиәләп үҫтергән летчиктарҙың 24-е Советтар Союзы Геройы, ә Муса Гәрәев хатта — ике тапҡыр Герой!
Ошондай ир-уҙамандың исеме бер ҡайҙа ла телгә алынмай. Әгәр уҡыусылары Глеб Баранов менән Надежда Извековалар был шәхестең исемен күтәреп сыҡмаһа, аҙағыраҡ Ғәзим Шафиҡовтың әрнеүле мәҡәләһе донъя күрмәһә, уның хаҡында бер ни ҙә белмәҫ инек. Муса Гәрәев менән Глеб Баранов уның тол ҡалған ҡатынына фатир юллап хат яҙа. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына яҙған хатта ошолай тип әйтелә: “Ғәли Мөхәмәтйән улының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ул бөтөн башҡорт летчиктарының кәңәшсеһе һәм уҡытыусыһы булды, уның хеҙмәтенең онотолоуы үкенесле”.
“Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедия”һында Ғәли баба­йымдың исемен күреү сикһеҙ шатландырһа ла, тулы энциклопедияла был исем тағы төшөп ҡалған.
Ул 1903 йылда Ауырғазы районының Иҫке Мораҙым ауылында тыуа. Үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына яҙыла. Ырымбур летчиктар мәктәбен тамамлай. Башҡортостан хөкүмәте юллауы буйынса республика­быҙға ҡайта. Уны Башҡортостан “Осоавиахим”ы Үҙәк Советының хәрби летчиктар мәктәбе начальнигы итеп билдәләйҙәр. Хөкүмәт “Йәштәр, самолетҡа!” тигән саҡырыу ташлағас, бик күптәр “Осоавиахим”ға ағыла. Ғәли Ишмырҙин Ағиҙел йылғаһы аръяғында аэродромды ипкә килтереүгә күп көс һала.
Был хәрәкәттә Башҡортостан бик күп рекорд яулай. Әммә 1937 йылда Ғәли Ишмырҙинды ҡулға алып, туҡмап, язалап төрмәлә тоталар. Уның өсөн иң ауыр яза илгә хыянат итеүҙә ғәйепләү була. Һорау алғанда ошондай ғәйеп ташлағас, хәлһеҙ саҡ торған Ғәли бабайым һуғышырға ташлана. Был хаҡта һорау алыу­сылар үҙҙәре аптырап һөйләй. Өҫтәүенә уны милләтселектә ғәйепләйҙәр. Баҡһаң, уҡыусы­лары араһында Муса Гәрәев кеүек башҡорт егеттәре күп булған икән.
Бер аҙҙан Ғәли Ишмырҙинды төрмәнән сығаралар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бронь бирәләр. Ул бөтөн авиаклубтарға етәкселек итә башлай. 1942 йылда ул майор дәрәжәһе ала. Әммә күп тә үтмәй Стәрлетамаҡ күгендә самолеты ауып төшә. Илебеҙгә бихисап Советтар Союзы Геройы, летчик биргән остаздың ғүмере 39 йәшендә генә шулай өҙөлә.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика