Ныҡлы ғаиләгә ил таяныр17.06.2016
 Ныҡлы ғаиләгә ил таяныр Ошо көндәрҙә «Минең ғаиләм ҡомартҡыһы» төбәк-ара конкурсы һәм «Үлемһеҙ полк. Минең төп геройым» республика интернет-конкурсында еңеүселәр «Мин – Патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты. Осрашыу дуҫтарса йылы мөнәсәбәттә әүҙем конкурсанттар һәм абруйлы ҡунаҡтар – профессор, филология фәндәре докторы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова, билдәле журналист, йәмәғәт эшмәкәре Фәрит Вахитов ҡатнашлығында үтте.
«2016 – 2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» дәүләт программа­һына ярашлы, «Мин – Патриот» йәмәғәт ойошмаһы быйыл ике конкурс ойошторҙо. «Үлемһеҙ полк. Минең төп геройым» республика интернет-конкурсы 1 майҙан 29 майға тиклем дауам итте. Еңеүҙең 71 йыл­лығына арналды был сара.
Шарттар буйынса, 7 йәштән 30 йәш­кә тиклемге балалар һәм йәштәр, ижади эштәрен тәҡдим итеп, ғаилә­ләге билдәле шәхестең, һуғыш йәки хеҙмәт ветеранының республикаға, илгә индергән өлөшөн, уңыштарын эссе, инша, хикәйә, мультимедиялы презентация, видеофильм аша күрһәтте, документаль сығанаҡтар ҡулланып, ғаилә тарихын сағыл­дырҙы.
Иң яҡшы эштәр дипломдар, иҫтә­лекле бүләктәр менән баһаланды, проект етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырылды. Инзирә Баязитова (Бөрйән районы), Оксана Вахитова һәм Искәндәр Заһиҙуллин (Ишем­байҙағы З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты), Гөл­зифа Юлдашбаева (Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбе) еңеүсе булды.
«Мин – Патриот» ойошмаһы етәк­сеһе Руслан Зарипов, уның урын­баҫарҙары Рәйлә Вахитова, Шамил Яубаҫаров һәм ҡунаҡтар еңеүселәргә кәңәштәр бирҙе, тәжрибә уртаҡлашты. Руслан Зарипов: «Йәштәрҙе илһө­йәрлек рухында тәрбиәләгән ижади конкурстар, проекттар кемдеңдер ҡушыуы буйынса түгел, ә күңел биреп, ихлас ойошторола, уның һөҙөм­тә­ләрен күреү ҡыуаныслы. Беҙ бергәләп ғаилә тарихын, тимәк, илебеҙ тарихын яҙабыҙ. Был – изге эш», – тине. Конкурстарҙа еңеү­селәрҙең бары­һына ла Ф. Вахитовтың «Минең республикам геройҙары» тигән автографлы китабы тапшырылды.





Вернуться назад