Ҡатай тарихын барлай17.06.2016
Иртәгә Балаҡатай районының Билән ауылы эргәһендә “Өфө йылғаһы буйы башҡорттары йыйыны” төбәк-ара фольклор байрамы уҙасаҡ.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, сара сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция ла үткәреү ҡаралған. Унда фольклорсылар, тарихсылар, төбәкте өйрәнеүселәр, Башҡортостан Рес­публикаһының, Силәбе һәм Свердловск өлкәлә­ренең ижади коллективтары етәкселәре ҡатнаша. Конференцияла тарихи мираҫты һаҡлау, башҡорт халҡы­ның артабанғы мәҙәни үҫешенә ҡағылышлы һорауҙар күтәреләсәк.
Байрам программаһына ҡатай башҡорттарының тарихи тамырын һүрәтләгән “Ҡатай тураһында риүәйәт” исемле сәхнәләштерелгән тамаша, концерт сығыштары инә. Йәнә милли уйындар, көрәш ойоштороласаҡ, инте­рактив майҙансыҡтар, күргәҙмәләр, оҫтаханалар эшләйәсәк.



Вернуться назад