Ауыл хәбәрсеһе06.04.2016
Ауыл хәбәрсеһе Элегерәк «Башҡортостан», “Йәшлек” гәзиттәрендә Көйөргәҙе районынан Рафиҡ Сыртланов, Әлшәйҙән Солтан Ғәлиев, Күмертауҙан Мостафа Солтанов, Хәйбулланан Закирйән Итбаевтарҙың хәбәр-мәҡәләләре йыш баҫыла торғайны. Уларҙың исемдәре матбуғат һөйөүселәргә яҡшы таныш булды.


Март айында ауыл хәбәрсе­ләренең береһенең – Йылайыр районынан Әмир ағай Мора­товтың – тыуыуына 90 йыл тулды. Шуға бәйле уның хаҡында хәти­рәләр яңырып, “ауыл хәбәрсеһе” тигән исем бөтә тулылығында яңғырап киткәндәй тойолдо. Ҡайһылай ҙа ҡеүәтле көс булған ул хәбәрселәр селтәре! Улар ярҙамында төбәк яңылыҡтары ваҡытында Өфөгә килеп етә һәм эҫе мәлендә баҫылып та сыға ине. Берҙән, был мате­риалдың оперативлығын тәьмин итә, икенсенән, редакцияны командировка сығымдарынан һаҡлай.
“Ауыл хәбәрсеһе”, “эшсе-хә­бәр­се”, “йәш хәбәрсе” тигән төшөнсәләр матбуғатҡа уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙа­ғында килеп инә. Коммунистар партияһы һәм комсомол үҙәк комитеттары матбуғатты наҙанлыҡ­ҡа ҡаршы көрәштең төп сараһы итеп күрә, шуға ла һәр партия һәм комсомол ойошмаһында матбуғаттың вәкәләтле вәкиле булырға тейеш тигән күрһәтмә бирә. Ул вәкил мәктәптәрҙә, клубтарҙа гәзит түңәрәктәре ойоштороу, стена гәзиттәре сығарыу, урындарҙа халыҡҡа кантком, волком ҡарар­ҙарын еткерергә тейеш була.
Артабан Коммунистар пар­тияһы ауыл һәм эшсе-хәбәрселәр хәрә­кәтен үҙ ҡанаты аҫтына ала. Үҙ ирке менән матбуғатҡа ярҙам итеүселәр өсөн махсус саралар ойошторола. Был ике яҡ өсөн дә бик отошло була. Хәбәрселәр ҡәләм шымарта, редакция урындарҙа “күҙ-ҡолағы”н нығыта. Совет осоронда һәр гәзиттең хәбәрселәр селтәре булды. Балалар матбуғатында – йәш хәбәрселәр, район баҫма­ларын­да – ауыл хәбәрселәре, произ­водство темаһын сағылдырған баҫма­ларҙа – эшсе-хәбәрселәр. Улар матбуғатҡа яҙышыуҙы үҙенең шәхси бурысы тип һананы, шуға ла, редакциянан күрһәтмә көтөп тормаҫтан, хәбәрсе йөгөн иңенә алып, производстволарға барҙы, баҫыуҙарға сыҡты, кешеләр ме­нән аралашты. Ауыл-ҡалаларҙа йәмәғәт тәртибен ойоштороуҙа ла ошондай ирекмән хәбәрсе­ләр­ҙең булыуы ҙур роль уйна­ғандыр. Ә бит мәҡәлә яҙыу уларҙың төп эше түгел ине. Улар төптән егелеп хеҙмәт йөгөн дә тартты, профессиональ журна­листарҙан ҡалышмай яҙышты ла.
Әмир ағай Моратов ҡырҡ йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерендә мәғарифтың бик күп баҫҡыстарын үтә: тәрбиәсе, уҡытыусы, өлкән пионервожатый, балалар йорто директоры урын­баҫары, баш­ланғыс мәктәп директоры урын­баҫары… Тынғыһыҙ шәхес ине ул. Уҡыусылары менән поход­тарға сығыу тиһеңме, ауыл­дарҙа концерт ҡуйыу, тарихи эҙҙәр буйлап сәйәхәт итеү, арҙаҡлы шә­хестәр менән осрашыумы – барыһына ла өлгөрҙө. Ҡайһы мәктәптә эшләһә лә, “Йәш хәбәр­селәр”, “Йәш әҙәбиәтселәр” түңә­рәктәре ойошторҙо. Уҡыусыларын вайымһыҙ булмаҫҡа, үҙ фекерен аңлата белергә, ҡарашын яҡларға өйрәтә. Ҡәләме һәр саҡ үҙе менән булды уның, яҙғандары гәзит-журналдарҙа баҫыла торҙо.
– Тормошоғоҙҙа иң ҙур урын алып торған ваҡиға ниндәй булды? – тип һорағайным мин Әмир ағай менән бер әңгәмәләшкәндә. Ул бер һүҙ менән генә яуап бирҙе: “Һуғыш”. Шунан: “Һуғышта мин бер нәмәнән дә ҡурҡманым тигән кешеләргә ышанмағыҙ. Мәхшәрҙә ҡурҡыу, ҡаушап ҡалыу һәр кем­дең башынан үтә”, – тип өҫтәне. Һуғыш ғәрәсәтен үткән кеше булараҡ, яу юлдары тураһында күп яҙҙы ул. Хәти­рәләрендә ябай, әммә тетрәндергес дөрөҫлөк ярылып ята. “Һуғыш беҙҙе иртә өлгөрттө” тигән мәҡәләһендәге бер эпизод минең күңелемдә ныҡ уйылып ҡалды.
“Ауылыбыҙҙың өс ҡарты: атайым, Рамаҙан, Шәмситдин ола­тайҙар менән, леспромхозға эшкә ялланып, алыҫ кордонда тәртә, һәнәк-көрәк һаптары әҙерләргә тип китеп ба­рабыҙ. Ауылға инһәк, һәр өйҙә илаш-һыҡташ – нин­дәйҙер оло бәлә-ҡаза булғанға оҡшай. Атайым, хәлде асыҡларға тип, мине бер өйгә индереп ебәрҙе. Ҡаршыма һаҡалтай урыҫ ҡарты тап булды.
– Һин нимә, белмәйһеңме әллә, һуғыш башланған бит! – тип асыулы екерҙе.
“Һуғыш” һүҙе ҡарттарға йәшен атҡандай тәьҫир итте. Аҙымдары һәлкәүләнде. Теләр-теләмәҫ кенә һәлпәңләп, юлды дауам итәбеҙ, һәр кем үҙ уйҙарына сумған. Мин, кино­ларҙа күргәнсә, һуғышты үҙемсә күҙ алдыма килтерәм: фашистарҙың өҫтәренә беҙҙең ҡыҙыл йондоҙло самолеттар бомбалар яуҙыра, танктар, ҡойондай елдереп, арттарынан баҫтыра, дошман тырым-тырағай ҡаса. Пограничниктар ер аҫтынан ҡалҡып сыға ла тегеләрҙең юлдарын быуа…
Ҡапыл Шәмситдин олатай нәҙек кенә тауыш менән илап ебәрҙе:
– Һуғышҡа беҙҙе лә алырҙар инде… Һин, Һәттәхетдин, әфисәр булған кеше, артта ғына йө­рөрһөң, Рамаҙан да бер йүнен күрер – әсирлеккә төшөп өйрән­гән. Ә мин ҡалайтайым икән: ҡулыма мылтыҡ тотҡаным юҡ бит минең…
Һуғыштың аяуһыҙлығын асып һала ошо ҡыҫҡа ғына һөйләшеү. 80 йәшлек бабайҙың һуғышҡа барғыһы килмәүе шул тиклем тәбиғи һәм ышандырғыс. Иҫ китмәле! Унда автор бер нәмәне лә арттырмай ҙа, кәметмәй ҙә, нисек бар, шулай һүрәтләй. Юғиһә ҡайһы бер хатта профессиональ журналистар ҙа, йыш ҡына үҙҙәренең геройын һәйбәт итеп күрһәтергә тырышып, уға хас булмаған сифаттарҙы “йә­бештерә”, бөҙрә-бөҙрә һүҙҙәр менән биҙәй. Һөҙөмтәлә ыңғай һәм кире сифаттары булған тере кеше урынына йәнһеҙ ҡурсаҡ килә лә сыға. Быныһы – һүҙ ыңға­йында.
Әмир Моратовтың матбуғат менән яҡындан танышыуы ла һуғыш йылдарына тура килә. “9-сы класта уҡып йөрөгән сағымда райком секретары саҡырып алды ла, ризалығымды һорап та тормай, гәзиттең яуаплы секретары итеп билдәләне лә ҡуйҙы. Көнө-төнө эшләргә тура килде. Йүнле шарттар ҙа булманы инде, краскаға һәр саҡ ҡытлыҡ, “американка” (баҫыу ма­шинкаһы) йыш боҙола, ТАСС материалдарын төндә яҙып алам тиһәң, радиоалғыстың питаниелары ултыра ла ҡуя. Хәбәрселәр юҡ дәрәжәһендә, мәҡәләләрҙе ҡағыҙ хаҡына ғына яҙҙырып алаһың”. Йылайыр районының “Коммунизм өсөн” гәзитендә хәбәрсе булып та, яуаплы секретарь ҙа булып эшләй ул.
Журналист ҡына түгел, матур-матур шиғырҙар, хикәйәләр авторы ла ине Әмир Фәттәх улы. Уның “Еңеү анкетаһы” тигән шиғырына ғына иғтибар итегеҙ әле.
Тыуған йылым –
мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ биш,
Тыуған көнөм – майҙың
туғыҙы.
Тыуған урыным төрлө-төрлө
ерҙә,
Карлхорст уның һуңғыһы.
Еҫем минең – дары, төтөн
еҫе,
Ә килбәтем – торған баһадир.
Төҫөм – ҡыҙыл, ҡанһыраған
ине
Кендегемде киҫкән тыуған ер.
Уның әҫәрҙәре төрлө йыйын­тыҡтарға, кластан тыш уҡыу китаптарына индерелгән. Әмир Мо­ратовтың ижади мираҫы тағы ла тосораҡ булыр ине – 1978 йылда Ҡашҡар ауылында йәшәгәндә Моратовтарҙың өйҙәре янып китә. Бесәндән ҡайтыуҙарына донъя­лары көл-күмергә әйләнә. Бөтә документтары, ҡулъяҙмалары юҡҡа сыға. Улар араһында Әмир Фәттәх улы­ның ҡулдан сығарған китап-журналы ла була. Үҙҙә­ренең ауыл Советынан һуғышҡа алынған 220 кешенең яҙмышын асыҡлау буйынса эҙләнеү алып бара ауыл хәбәрсеһе, ҡә­берҙәрен юллай. Аҙаҡ бөтәһен дә машинкала баҫып, китап итеп төҙөй. Яҡташтары өсөн тиңһеҙ ҡомарт­ҡыға әйләнергә тейешле был хеҙмәт ут тамағында һәләк була. Тынғыһыҙ йән, эҙәрмән журна­листың иң ҙур юғалтыуҙарының береһе була ул.
Һуғыш юлдары буйлап ярты Европаны урап ҡайтҡан Әмир Фәттәх улы ил ғәмен, донъя хәстәрен тойоп йәшәүе һәм, әлбиттә, йәшләй һөйгән йәре менән ҡауышып, балалар үҫтереүе менән бәхетле ине. Ғүмеренең һуңғы йылдарында улар тормош иптәше Мәүлетбикә апай менән Сибайҙа йәшәне. Уларҙың ни тиклем тормошто яратыуын, бер-береһен ҡәҙер итеүен һөйләп килештерә алмаҫмын. Шуның өсөн Әмир Моратовтың 75 йәшлек юбилейы алдынан ҡатынының “Атайсал” гәзитенә яҙған хатынан өҙөк килтерәм.
“Ғүмер буйы бергә йәшәп тә, ҡара-ҡаршы ултырып та әйтеп бирә алмаған һүҙҙәр була. Ана шуларҙы уның юбилейы көнөндә тиреп әйтергә баҙнат иттем әле.
Ғүмерҙе аҡҡан һыу менән са­ғыштыралар. Шулайҙыр. Бына мин йәшәгән ғүмеребеҙҙе барлап ултырам. Бөтәһе лә бөгөнгөләй ап-асыҡ, оҫта рәссам эшләгән һүрәттәрҙәй, бер-бер артлы күҙ алдымдан үтеп тора. ...Ана, ул беҙҙең тапҡырҙан “Ғәлиә­баныу”ҙы йырлап үтеп китте. ...Бына ҡапҡа төбөндә һуңғы һаубуллашыу, сөнки мин уны армияға, дөрөҫөрәге, һуғышҡа оҙатам. Билдәһеҙ ваҡытҡа айырылыу. Хаттар, мөхәббәт хаттары. Шиғырҙар. Яҙмыш беҙҙе оҙаҡҡа айырып торһа ла, Аллаға шөкөр, беҙ ҙә бергә йәшәй башланыҡ. Балалар уҫтерәбеҙ, уҡытабыҙ. ...Бына мин уны, биленә грелка бәйләп, эшенә оҙатам. Ул оҙаҡ йылдар ҡабырға невралгияһынан йонсоно. Ҡайҙа ул больницала ятып дауаланыу. Эш ҡала, эш! Мәктәп эше лә, совхоз эше лә, йәмәғәт эше лә. Бер үҙенә тиҫтәләгән йәмәғәт бурысын йөкмәгән саҡтары ла булды. Барыһына ла өлгөрөргә тырышты, йүгереп йөрөнө.
Һағынып, хатта ғорурланып иҫкә алырлыҡ көндәребеҙ күп булды. Хәтеремдә, өйҙә зыҡ ҡубып бай­рам­дарға, концерт­тарға әҙерләнә­беҙ. Балалары­быҙға милли кейем­дәр тегәбеҙ. Мин тегәм, атайҙары консерва ҡалайынан тәңкәләр яһап бирә. Беләҙек, балдаҡ, сулпылар эшләйбеҙ. Радионан яңғыраған бейеү көйҙәрен әрәм итмәйбеҙ: балаларыбыҙ менән бишәүләп бейеп алабыҙ. Сәнғәт кешеләре булмаһаҡ та, сәнғәтте, әҙә­биәтте үлеп яраттыҡ. Шуға ла артистар, яҙыусылар араһында дуҫтарыбыҙ күп.
Кисә генә “Ғәлиәбаныу”ҙы йырлап үткән шул егеткә бөгөн – 75 йәш. Ышанғы ла килмәй. Үҫмер сағымда шул егеттең һөйгәне, аҙаҡ ҡатыны булыуым менән өнһөҙ-тынһыҙ ғына ғорурланып йәшәнем. Бөгөнгө көндә шул изге күңелле, ҙур йөрәкле ҡарттың ҡарсығы булыуым менән әллә кем булып ултырам”.
Тормоштағы “Ғәлиәбаныу” шулай була инде!
Мәүлетбикә апай хәҙер ғәзиз кешеһенең рухын ҡәҙерләп йәшәй. Балалары уның әҫәрҙәрен китап итеп сығара. 2013 йылда ҡыҙы Гөлсирә менән кейәүе Рәфҡәт Иҙрисовтарҙың финанс ярҙамында З. Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәтендә очерктарынан, хикә­йәләренән торған “Яҙмыш менән һөйләшеү” тигән китабы донъя күргәйне. 2015 йылда шундай уҡ ысул менән “Төбәгемдең батыр­ҙары” баҫылды. Шулай уҡ быйыл уның 90 йыллығына арнап Гөлсирә менән Рәфҡәт “Һуғыш хәтирә­ләре” китабын нәшер итте.
Үҙе хаҡында матур иҫтәлектәр ҡалдыра алған кешеләр ике ғүмер йәшәй, сөнки унан һуң ҡалғандар шул хәтирәләрҙән йылы яҡтылыҡ ала, рухын нығыта. Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм ауыл хәбәрсеһе Әмир Моратов үҙе лә, ижады ла ифрат бәхетле яҙмышлы булды.

Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА,
филология фәндәре кандидаты
.


Вернуться назад